• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Пресса “Кеше-оркестр” тип йөрөтәләр уны..

“Кеше-оркестр” тип йөрөтәләр уны..

Әсә­йем ҡурай ҡырҡып бирҙе лә: “Ошолай өр­һәң, те­шең­дең һыҙ­лауы бөтә”, – тине. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин 1987 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, әле – солист. Уның тырышлығы менән Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ойошторола, 2001 йылдан – художество етәксеһе, артабан директоры була. Рәмил Ғәйзуллин бер үк ваҡытта бер нисә музыка ҡоралында уйнай: ҡумыҙ, хайран, дуплфуруй (венгрҙарҙың ике ҡатлы флейтаһы), чоор (ҡырғыҙҙарҙың буй флейтаһы), һыбыҙғы (татар флейтаһы).

❓ Рәмил Мәүлит улы, ни өсөн һеҙҙе “Кеше-оркестр” тип йөрө­тәләр?
💭 Мин филармонияға эшкә килгәндә, унда Азат Айытҡолов, Ишморат Илбәков кеүек билдәле ҡурайсылар эшләй ине, шуға ла тамашасыға яңылыҡ алып килеү маҡсатында икенсе юлды һайла­ным: ҡурайҙан тыш ҡумыҙ, хайран, өзләү, һыбыҙғы һәм башҡа милли музыка ҡоралдарында уйнай башланым. Төрлө учреждениеларға ла концерттар менән йөрөй инек, бер ваҡыт балалар баҡсаһында сығыш яһаным. Шул саҡта уның мөдире икенсе балалар баҡса­һындағы хеҙмәттәшенә: “Хәҙер һеҙгә “Кеше-оркестр” килә”, – тип хәбәр итте. Шунан миңә ошо исем тағылды.

❓ Белгород филармония­һын­да һеҙҙең фоторәсемегеҙ эленгән…
💭 Белгород Рус халыҡ ҡорал­дары академия оркестры менән Белгородта ғына түгел, ә бөтә Ҡы­рым, Севастополь буйлап бергәләп концерттар бирҙек. Дирижерҙар парадына мине даими саҡыралар, унда Рәсәйҙән 35 дирижер ҡатнаша. Уларҙың концерттарында йыш сығыш яһайым, шуның өсөн улар, үҙҙәренеке тип яҡын күреп, фотоһүрәтемде элеп ҡуйғандар.

Ул ғына түгел, күп кенә филар­монияларҙың сайтын асһаң: “Нин­дәй билдәле кешеләр сығыш яһа­ны?” тип яҙыла – унда минең фамилия ла бар. Рәсәйҙә В.В. Андреев исемендәге дәүләт академия рус оркестры, Н.П. Осипов исе­мендәге Рәсәй халыҡ ҡоралдары милли академия оркестры иң мәшһүрҙәр булып тора. Улар менән биш-алты тапҡыр сығыш яһаным. В.В. Андреев исемендәге дәүләт академия рус оркестрының 135 йәшлек юбилей концертында Алтын фондҡа ингән сығыштар ғына ҡатнашты. Минең ҡурайҙа уйнаған Морат Әхмәтовтың “Соло-импровизация для друга Рамиля” әҫәре ошо фондҡа индерелгән. Ул “Урал”ды ҡурайҙа уйнауҙан башлана һәм артабан төрлө көйҙәр ҡумыҙ, һайран, балсыҡтан эшләнгән саз, һыбыҙғылар, өзләү һәм башҡа милли музыка ҡоралдарында башҡарыла.

💭 Әйткәндәй, мин бөтәһе 40-тан ашыу оркестр менән сығыш яһаным, әле лә быны дауам итәм, шул иҫәптән Ҡаҙағстан, Ҡыр­ғыҙс­тан, Үз­бәкстан, Азербайжан рес­пуб­ликала­ры­ның оркестр­ҙары менән дә эшләйем. Бер нисә симфоник оркестр менән сығыш яһа­ным: Рәсәй Милли гвардияһы оркестры, Ҡырғыҙстандың Биш­кәк симфоник оркестры, Ҡа­ҙағстандың Алматы симфоник оркестры, Урал симфоник оркестры.

Тулыһынса уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-07-26/keshe-orkestr-tip-y-r-t-l-r-uny-3356354