
Мөхәббәтле донъя
Үҙен белгәндән бирле йырлай Салауат. «Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Әҙип Ханов үҙешмәкәр баянсы, йырсы булды. Бер мәжлестән, концерттан ҡалдырманылар уны ауылда. Ә ағайым үҙе менән гел мине лә ала ине, алмашлап йырлайбыҙ шунан», – тип хәтерләй йырсы. Әсәһе Ғәзимә Кәтип ҡыҙы мәктәптә рус теленән һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Дүрт улын да кескәйҙән төрлө сараларға, бәйгеләргә, һабантуйҙарға йөрөтә, түңәрәктәргә бирә маҡсатлы әсә. Ауылда музыка мәктәбендә ҡурай, флейта серҙәренә төшөнә, йырлай, бейей Салауат. Әйткәндәй, ағай-ҡустылары араһынан үҙе генә сәнғәт юлынан киткән ул.
Бер саҡ Сибай музыка лицей-интернатынан килеп, һәләтле балаларҙы йыялар. Тыңлап ҡарап, ике иптәше менән Салауатты һайлайҙар. Тыуған ерен – Учалы районы Уральск ҡасабаһын шулай иртә ҡалдырып китергә тура килә уға. Әлбиттә, бәләкәс кенә көйө атай-әсәйҙән ситтә еңел булмай, күптәр түҙмәй ҡайтып китә, Салауаттың йыр-моңға һөйөүе көс, дәрт биргән, күрәһең. Бында 1 – 3 кластарҙа белем алғандан һуң уҡыуын Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка гимназия-интернатында дауам итә. Мәшһүр Ғәлиә Солтанова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Рәшиҙә Туйсиналарҙан дәрестәр алыу бәхете тейә уға. Сәнғәт академияһында иһә уҡытыусыһы Йәмил Әбделмәнов була.