• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Пресса Сәнғәтебеҙҙең таң йондоҙо

Сәнғәтебеҙҙең таң йондоҙо

13 декабрь филармонияның ҙур залында Башҡорт теле көнөнә арналған «Йәнем моңо минең – башҡорт теле» тип аталған ҙур концерт барышында филармониябыҙҙың баш режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы СУЛПАН РӘИЛ ҠЫҘЫ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булды. Был награданы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт советы ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ағзаһы, шағирә, журналист Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина тапшырҙы!

«Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.

👇Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Ғимадиева Сулпан Асҡарова тураһында ҙур матур мәҡәлә яҙған! Бергәләп уҡыйыҡ.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, бейеүсе, хореограф, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының режиссеры Сулпан Рәил ҡыҙы Асҡарова күптән түгел алтын юбилейын билдәләне.

Бала саҡтан бик килешле итеп, оҫта хәрәкәттәр яһап бейегән Сулпан табип булырға хыяллана. Ул йыр-моңға, бейеүгә әүәҫ, талантлы ғаиләлә үҫә. Уның ата-әсәһенә Баймаҡтың үҙешмәкәр артистары менән хатта Кремлдә сығыш яһарға насип була!

Яҙмыш юлдары Сулпанды Ленинград мәҙәниәт институтына алып килә. Унда ул данлыҡлы Юрий Григорович менән таныша һәм был тарихи осрашыу Сулпандың бейеүсе һөнәрен һайлауында этәргес көс була ла инде. Бейеү композицияһы буйынса имтиханда ул күренекле хореографтан бишле баһаһы ала, тик классик хореография күнекмәләрендә тәжрибә булмау сәбәпле институтҡа уҡырға алмайҙар. Башҡортостандан килгән йәш абитуриент ҡыҙҙың үҙенсәлекле композицион фекерләүен күреп, Григорович уның яҙмышын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша, Сулпан Ленинград өлкә мәҙәни-ағартыу училищеһына ҡабул ителә. Әммә ул тыуған яғында ҡалырға ҡарар итә…

1993 йылда Башҡорт республика мәҙәниәт техникумының хореография бүлеген уңышлы тамамлағас Сибай дәүләт филармонияһына балет артисы итеп эшкә ебәрелә. Сибай филармонияһының шаулап — гөрләп- торған йәш коллективы сибәр, талантлы бейеүсе ҡыҙҙы үҙ итеп ҡабул итә. Тиҙ арала ул беренсе состав бейеүселәренең танылған солисы булып китә. Республика райондары, ҡалалары, Рәсәй төбәктәре буйлап, сит илдәрҙә (Греция, Франция, Үзбәкстан, Ҡазахстан һ.б.) гастролдәрҙә Сулпан Аскарова башҡорт бейеүен үҙенә генә хас оҫталыҡ, һығылмалылыҡ менән башҡарып, тамашасылар һөйөүен яулай. Тынғыһыҙ ижад эше менән бер рәттән Сулпан артабан белемен камилләштерә — Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының «Хореография сәнғәте» һөнәре буйынса (балетмейстер-педагог), профессор Михаил Петрович Мурашко курсын тамамлай.

Һәр саҡ алға ынтылыусы, ныҡышмал Сулпан ҙур профессиональ сәнғәт юлын Өфөлә дауам итергә ҡарар итә. Республиканың төп театры – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында балетмейстр вазифаһында бик мауыҡтырғыс эшкә сума.

Күп тә үтмәй ижадсыға республика күләмендә административ ойоштороу эштәре серҙәренә төшөнөргә мөмкинселек тыуа. Сулпан Рәил ҡыҙын Мәҙәниәт министрлығының Республика Халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары вазифаһына эшкә саҡыралар. Алты йыл һуҙымында тырышып, уңышлы һөҙөмтәләр күрһәтеп эшләй ул был юғары вазифала. Республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлендәге мәҙәни саралар, фестивалдәр, конкурстар үткәреү, республиканың мәҙәниәт һәм муниципаль бүлектәр эшенә кураторлыҡ итеү, район мәҙәниәт йорттарына, үҙешмәкәр коллективтарға методик ярҙам күрһәтеү һәм башҡа ойоштороу эштәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡара.

2012 йылда Сулпан яңынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт театрына ҡайта. Спектаклдәрҙә артистың һүҙ, мимика менән генә түгел, ә дөрөҫ, урынлы хәрәкәттәре, сәхнәлә үҙен тотошо тамашаның уңышын хәл итә икәнен тәрән аңлап, яңы дәрт, илһам менән яратҡан эшенә тотона. Хореограф һәм балетмейстер булараҡ 30 – ҙан ашыу спектаклдәрҙә бейеү һәм сәхнә хәрәкәттәрен ҡуя, улар араһында: «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (Мостай Кәрим, режиссёр Ә. Абушахманов), «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәк» (Сыңғыҙ Айытматов, режиссёры Р. Хәкимов), «Теләктәр бишеге» (Н. Абдыҡадиров, режиссёры Н. Абдыҡадиров), «Ҡатын-ҡыҙҙар тарихы» (Т. Москвина, режиссёр Ә. Абушахманов), «Аҡ пароход» (Л.-М.Зайкаускас, режиссёр О. Ханов) һәм башҡалар бар.

Театрҙа эшләү менән бер рәттән Сулпан Асҡарова халыҡ күпләп ҡатнашҡан масштаблы саралар режиссёры һөнәрен үҙләштерә, концерттар, театрлаштырылған тамашалар, сәхнә оҫталарының юбилей кисәләрен оҫта ҡуйыусы режиссер булараҡ киң танылыу ала. Сулпандың ошо һәләтен күреп, Башҡортостан филармонияһы етәкселеге уны эстраданың художество етәксеһе вазифаһына саҡыра. Шул ваҡыттан алып ул бар булмышы менән филармония эшенә сума. Бихисап концерттар, ижад миҙгелдәрен асыу һәм ябыу, музыкаль – театрлаштырылған тамашалар, юбилей кисәләре, фестивалдәр менән бер рәттән башҡорт эстрадаһының эшен яйға һалыу, заман талаптарына яуап бирерҙәй яңылыҡтар индереп ойоштороу эштәре алып бара. Үҙе етәкләгән башҡорт эстрадаһы артистарының ижади үҫешендә, ҡаҙаныштарында Сулпан Рәил ҡыҙының роле әйтеп бөткөһөҙ. Оло быуын артистары менән бер рәттән йәш таланттарҙың сәхнә тормошона, ижад юлына дөрөҫ юнәлеш биреүгә ентекле ихтибар биреп эшләй.

Сулпан Асҡарова ярҙамында 2017 йылда филармонияла «Эстрада легендалары» тип аталған яңы эстрада ретро-төркөмө ойошторола. Төркөм менән башҡорт эстрадаһының примадоннаһы – Рәсәйҙең атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Нәзифә Ҡадырова етәкселек итә. Сулпан Рәилевна яңы төркөмгә тамашасы күңеленә хуш килерҙәй программалар ҡуя. Был ижади коллектив сағыу сығыштары менән киң популярлыҡ яулай, республика ауылдарында, ҡалаларында көтөп алынған, һәр ерҙә лә ҙур уңыш менән сығыш яһаусы төркөм булып тора.

2021 йылда филармонияға талантлы йәштәр килә — Алиса Жумагалиева, Әлфиә Ниғмәтуллина һәм Беренсе каналда популяр «Тауыш» телепроектында ҡатнашыусы Илдар Абдуллин. Үҫеп килгән йондоҙҙар өсөн заманса «ШAҢDAU» тип аталған концерт – презентация әҙерләй режиссер. Йәш артистар тамашасыларҙы ҡыйыу сығыштары менән ҡыуандырып, ыңғай энергия, йәшлек дәрте, тулҡынландырғыс хистәр тулы тәьҫораттар бүләк итә был тамашала.

Сулпан Асҡарова башҡорт эстрадаһының эшендә яңы юнәлештәр булдырыу хәстәре менән, төрлө яңы алымдар эҙләп янып-көйөп эшләй. Республикала айырыуса ҙур уңыш менән барған, эстраданың иң танылған сағыу йондоҙҙарын берләштергән “Йыр көсө” проекты Сулпан Рәилевнаның ана шул ижади эҙләнеүҙәре емешенең береһе. Был уникаль концерт программаһында артистар йыр аша йырҙың көсө, уның кеше тормошонда тотҡан роле нимәлә тигән фәлсәфәүи һорауҙарға яуап бирәләр. Бик оҫта, тулҡынландырғыс итеп ҡуйылған программала халыҡ йырҙарын, композитор әҫәрҙәрен башҡарып, музыка, илаһи ҡурай моңо аша башҡорт йыр сәнғәтенә, милли мәҙәниәтебеҙгә, телебеҙгә, данлы тарихыбыҙға ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләйҙәр.

Сулпан Рәил ҡыҙына Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияларының төрлө илдәрҙә үткән осрашыуҙарында мәҙәни программалар ойоштороуҙы ышанып тапшыралар. Башҡортостан делегацияһының Беларусь Республикаһына (2021, 2023), Ҡаҙағстан (2021), Үзбәкстан республикаларына (2022) рәсми сәфәренең мәҙәни өлөшө режиссеры була ул. Шулай уҡ Екатеринбургта, Пермь крайында, Үзбәкстанда, Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә, Ҡырым Республикаһында милли һабантуй байрамдарына оҫта режиссерлыҡ итә.

Башҡортостанда 2021 йылдың июлендә үткән VI Бөтә донъя Фольклориадаһында С.Р. Асҡарова Ҡырмыҫҡалы, Нуриман райондарында, Благовещен, Октябрьский ҡалаларында ҙур фестиваль сараларын сәхнәләштерә. Ул ҡуйған һәр программаһын күмәк «Дуҫлыҡ хороводы» менән тамамлай. Унда төрлө илдәрҙең вәкилдәре үҙҙәренең халыҡ бейеүҙәре хәрәкәттәрен күрһәтә, шулай уҡ күмәкләшеп башҡорт бейеүе элементтарын ҡабатлайҙар, беҙҙең көйҙәргә дәртләнеп бейейҙәр. Фольклориадала ҡатнашыусылар «Дуҫлыҡ хороводы» был форумдың изге йолаһы булыуын инанып ҡабул итәләр һәм ҙур теләк менән әүҙем ҡатнашалар, «изгелек түңәрәгендә» ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Аллаһы Тәғәләнән һаулыҡ һәм тыныслыҡ һорай. Режиссер Сулпан Асҡарованың был яңылығы Донъя фестиваль хәрәкәтендә үҙе бер ижади асыш булды. Уның Фольклориадала ҡатнашыусылар менән иғтибарлы һәм белдекле эшләүе был мәртәбәле форумда ҡатнашҡан сит ил вәкилдәрендә Башҡортостан һәм Рәсәй халҡы тураһында бик ыңғай ҡараштар тыуҙырҙы һәм йылы мөнәсәбәт уятты.

Оҙаҡ йылдар Сулпан Рәил ҡыҙы үҙенсәлекле балалар менән эшләгән ойошмаларҙа әүҙем хеҙмәттәшлек итә. 15 йыл дауамында Башҡортостан Республикаһының «Әсә йөрәге» Әсәләр Советы республика йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ижадының «Таланттар Йондоҙлоғо» асыҡ бәйгеһен үткәреүҙә ярҙам итә. Уның менән бергә филармония артистары ла үҙенсәлекле балалар өсөн остаз булып тора, уларҙы вокал, хореография, декламация сәнғәтенә өйрәтә.

Сулпан Рәилевнаның һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ҡарата хәстәрлекле, изге мөнәсәбәтен белеп, 2022 йылда уға ике ҙур махсус проектта концерт программаһын ҡуйырға тәҡдим итәләр. Был — Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн Округ ойошмалары тәрбиәләнеүселәренең «Балалыҡты ҡайтарыу» фестивале һәм 35 йәшкә тиклемге ишетеү һәләте сикләнгән йәштәр өсөн «DeafSkills — 2022» һөнәри оҫталыҡ буйынса II Милли чемпионаты. Уның был мәртәбәле сараларҙағы режиссерлыҡ эше бик тә уңышлы була һәм ығай баһа ала.

Йыл һайын республикала ҙур уңыш менән барған «Евразия Йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең (2017-2023) режиссеры вазифаһын башҡара: Милли костюмдар парады, «Дуҫлыҡ Хорводы», шулай уҡ 2019 йылда «Торатау» Конгресс – холы Амфитеатры сәхнәһенә «Ҡурайфест» концертында 200 профессиональ һәм үҙешмәкәр ҡурайсылар сығышын ойошторҙо.

Быйыл Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең Х Форумын асыу сиктәрендә үткән фестивалдең режиссеры булараҡ юғары профессиональ уңышҡа өлгәште. Ике республиканың танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм коллективтары ҡатнашлығында «Беҙ берҙәм!” концертында Мәскәүҙән «Казак хоры », «Весялуха» вокаль ансамбле һәм «Беларусь» арт-төркөмө (Беларусь), «Раздолье» ансамбле (Луганск халыҡ республикаһы), «Нальмэс» Дәүләт академия бейеү ансамбле (Адыгея), «Айархаан» этно-төркөмө (Саха – Якутия Республикаһы), «Намгар» төркөмө (Улан-уде), солистар Феликс Царикати (Төньяҡ Осетия Алания), «Бурановские бабушки» (Удмуртия), «Бабкины внуки» (Брянск), Өфөнән Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Мирас” йыр һәм бейеү ансамбле һәм башҡа дәрәжәле коллективтар менән эшләй Сулпан был сарала. Фестивалдең икенсе көнөнөндә төрлө йылдарҙа Витебск ҡалаһында уҙған «Славян баҙары» лауреаттары Руслан Алехно, Евгений Гор, Алена Ланская, Дмитрий Кочеровский, Самир Елчиев, Ирина Дорофеева ҡатнашлығында «Евразия Йөрәге»ндә «Славян баҙары» тип аталған концерт программаһына бик уңышлы режиссерлыҡ итә. Программаның финалында кисәнең хедлайнерҙары Таисия Повалий һәм легендар Белорус дәүләт ансамбле «Песняры» сығыш яһай. Концертта Федерация советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли йыйылышының Республика Советы Рәйесе Наталья Кочанова ҡатнаша. Сәйәси эшмәкәрҙәр «Беҙ берҙәм!» концерт программаһын юғары баһалай һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуға юнәлтелгән, уңышлы үткәрелгән әһәмиәтле сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡуйыусыларға рәхмәт белдерә.

Сулпан Асҡарова — үҙенсәлекле, киң мөмкинселектәре булған, төрлө юнәлештәрҙә ижад итеүсе талантлы режиссер. Ул асыҡ һаула үткән, халыҡ күпләп йыйылған байрамдарҙы, концерт ойошмаларында, театрҙарҙа барған тамашаларҙы ҡабатланмаҫ алымдар ҡулланып таҫыллы, оҫта режиссерлыҡ итә. Уны Рәсәй төбәктәренә, күрше республикаларға концерттар, спектаклдәр ҡуйырға ихлас саҡыралар. Сулпандың ижад багажы йылдан-йыл арта, камилләшә. Ул үткәргән саралар һанап бөткөһөҙ. Әгәр ул ошо ижад йылдарында башҡарған режиссерлыҡ эштәрен, концерт программаларын, сценарийҙарын туплап барһа, күп томлы ҡалын баҫма булыр ине!

Ҡуйыусы режиссер эше үтә яуаплы, ҡатмарлы. Шулай ҙа Сулпан Асҡарова йәштән яратып һайлаған бейеүсе – хореограф һөнәренә лә тоғро ҡалды. Үҙенең данлы бейеү юлында бейеүҙәр ҡуйыу эшен дә уңышлы тормошҡа ашырҙы. Ул ижад иткән «Шаян бейеү — бишбармаҡ», «Һай, килен», «Бабич ялҡыны», «Ҡурай сәскәһе», «Һаҡмар һылыуы» бейеүҙәре башҡорт бейеү сәнғәтен яңы бер юғарылыҡҡа күтәрҙе.

Сулпандың тынғыһыҙ хеҙмәттә үткән ғүмеренең иң матур йылдары ғүмерлек мөхәббәте, ижадташы, талантлы композитор, оҫта баянсы, музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин менән үтте. Сулпан менән Илшаттың ижади тандемы һоҡланғыс, күҙ ҡамаштырғыс ине. Улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап ижад иттеләр, һөйөп-һөйөлөп йәшәнеләр, өй һалдылар, донъя көттөләр. Азалия һәм Нәргизә исемле матур, талантлы, тәрбиәле, бик ипле ҡыҙҙар үҫтерҙеләр. Илшаттың бик иртә китеүе һөйгәне, ҡыҙҙары, ата-әсәһе, туғандары, уның ижадын яратҡан тамашасылар, бөтә башҡорт сәнғәте өсөн оло юғалтыу булды. Сулпан ҡара ҡайғынан бөгөлөп төшмәҫкә тырышып, бөтә ихтыярын йыйып йәшәргә, ижад итергә, ҡыҙҙарына хәстәрлекле әсәй булырға көс табып эшкә сумды, ижад менән ҡайғыһын, юғалтыу һағышын баҫты.

Ата – әсәһе көтөп алған ҡыҙҙарына һыҙылып таңдар атҡанда ҡалҡҡан Сулпан йондоҙ исемен ҡушҡан. Йылдар үткәс был ҡыҙ күп яҡлы таланты, тынғыһыҙ, тырыш, емешле хеҙмәте менән башҡорт сәнғәте күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыны! Ул йондоҙ сәнғәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, хаҡлы рәүештә дан һәм хөрмәт яулаған, киң билдәле арҙаҡлы шәхес, милләтебеҙҙең лайыҡлы ҡыҙы — Сулпан Асҡарова! Иҫәнлек — һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет, бәрәкәт, илһам, яңынан – яңы ижади асыштар юлдаш булһын уға!

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»
«ЙӘШЛЕК» гәзите — газета «ЙЭШЛЕК»
«ТАМАША» журналы
КУРАЙ-ТВ
“ШОҢҠАР” журналы/ Журнал «Шонкар»