• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Пресса «СЕРЛЕ ҠУМЫҘ МОҢО БАЛАСАҠТАН МИНЕҢ ТОРМОШОМДА»

«СЕРЛЕ ҠУМЫҘ МОҢО БАЛАСАҠТАН МИНЕҢ ТОРМОШОМДА»

Халҡыбыҙҙың киң танылған сәхнә йондоҙҙары араһында Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сағыу ижады айырым бер урын алып тора. Ул – тынғыһыҙ, әүҙем, төрлө уй — хыялдарын мотлаҡ тормошҡа ашырыусан, маҡсатлы, тырыш, ныҡышмал булыуы менән ижадташ дуҫтарының оло хөрмәтен һәм тамашасыларҙың ихлас һөйөүен яулаған артист.

Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы халҡыбыҙҙың бай ижадын, тарихын, телен, мәҙәниәтен, илаһи моңон данлауға, таратыуға бар булмышын биреп, кинәнеп, ҡанатланып ихлас хеҙмәт итә.

Мәсетле районының Һөләймән ауылында 11 балалы ишле ғаиләлә иң төпсөк бала булып үҫкән Миңлеғәфүр серле ҡумыҙ тауышын бишектән үк тыңлап үҫә. Уның әсәһе бик оҫта итеп ҡумыҙҙа, мандолинала уйнай. Алты ағаһы, дүрт апаһы – барыһы ла бәләкәйҙән ҡумыҙҙа уйнайҙар. Уларҙың татыу, тәрбиәле, эш һөйөүсән ҙур ғаиләһендә халыҡ йырҙары, ҡурай, ҡумыҙ моңо, баян көйҙәре яңғырап тора. Ныҡышмал, тырыш малай бәләкәйҙән төрлө һөнәр менән ҡыҙыҡһына: ҡурайҙа, баянда уйнарға өйрәнә. Концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа ойоштороусы, талантлы башҡарыусы булып китә. Үҫә төшкәс, тыуған районында үткән һабантуйҙарҙа таҫыллы, оҫта көрәшсе булып та билдәлелек ала.

Миңлеғәфүр баласаҡтан килгән ҡумыҙҙа уйнау һәләтен үҙенең профессиональ һөнәре итеп үҫтереүгә өлгәшкән киң ижад даирәле музыкант. Бөгөн ул Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының танылған солист — инструменталисы, әүҙем эшмәкәрлек алып барған музыкант — педагог, Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы (2011), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2019), республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011), Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004).

Арҙаҡлы ҡумыҙсы Урта Азия республикаларында, Рәсәй төбәктәрендә, Башҡортостанда бихисап музыка бәйгеләрендә еңеүсе булды. 2011 йылда Саха Якуктияла үткән Бөтә донъя варган музыкаһы бәйгеһендә Миңлеғәфүр Зәйнетдинов егерме йылға бер тапҡыр ғына бирелә торған «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» тигән юғары исемгә лайыҡ була. Башҡорттар араһынан был юғары музыкаль титулды 1991 йылда Миңлеғәфүрҙең остазы Роберт Загретдинов яулай.

Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы был юғары баһаны ҙур ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ менән йөрөтә. Күп илдәрҙең милли уйын ҡоралы булған варгандарҙа уйнай, уларҙың үҙенсәлектәрен, тарихын өйрәнә. Сит илдәрҙә, Рәсәй өлкәләрендә йөрөгәндә урындағы ҡумыҙсылар менән әүҙем аралаша, уларға башҡорт ҡумыҙ сәнғәте серҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирә.

Музыкант төрлө тарафтарҙа үткән ижади форумдарҙа, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа булғанда үҙенең эксклюзив коллекцияһын туплай, донъя илдәрендәге варган төрҙәрен алып ҡайта, Уның ҡумыҙ коллекцияһында йөҙҙән ашыу варган бар: мунхарпе, клакаморе, мультромель, данмой, муккури, окарина, ҡырғыҙ тимер-ҡумыҙы (башҡорт ҡумыҙына яҡын), венгр доромбаһы, вьетнам танклеһе, филиппин кубингы һәм башҡалар.

Ҡумыҙҙар һәм башҡа музыка ҡоралдарының бай йыйылмаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Өфө ҡалаһында ойошторған «Ҡумыҙ йорто»нда һаҡлана. Бай күргәҙмәнең иң почетлы урынында башҡорт ҡумыҙҙарының бер нисә варианты. «Ҡумыҙ йортона» килгән ҡунаҡтар алдында артист иң тәү сиратта башҡорт ҡумыҙҙарын пропагандалай, стереофоник яңғыраш биреүсе «ике ҡыллы» ҡумыҙҙа ла уйнап ишеттерә.

Ҡумыҙсы төрлө халыҡтарҙың варгандарында ла бик оҫта уйнай. Американың башаҡлы ҡумыҙы — клакаморҙа ул башҡорт көйөн башҡарып ат тояҡтары тауышын һәм ҡоштар йырын һүрәтләй, ә башҡорт танау флейтаһы – хайранда немец композиторы Джеймс Ласттың «Ябай көтөүсе» көйөн уйнай ала…

«Башҡорт көйҙәре моңлораҡ, ә башҡа халыҡтарҙыҡы төрлө оҡшаш тауыштар, имитациялар – ел шаулауы, япраҡтар ҡыштырлауы, ат тояҡтары һәм башҡа тәбиғәт тауыштарын һүрәтләүгә ҡоролған. Беҙҙең ҡумыҙҙа уйнағанда ла алымдар байтаҡ – бер һәм биш бармаҡ, шулай уҡ ҡул суғы менән уйнарға мөмкин. Был алымдар менән уйнағанда көй байыраҡ килеп сыға», – ти артист.

Концерттарында Миңлеғәфүр варгандарҙың төрлө төрҙәре яңғырашын күрһәтә, тауыш сығарыу алымдарын аңлатып, халыҡ менән иркен аралаша. Тамашасылар музыканттың бөтә манипуляцияларын ҡыҙыҡһынып күҙәтә: аңҡау, тамаҡ, ирен, тел, тын алыу, һуҡма уйнау алымдары тәрән ҡыҙыҡһыныу уята. «Ҡумыҙҙа уйнағанда диафрагманың хәрәкәтендәге үҙгәрештәр яңғырашҡа яңы төҫ бирә. Ҡумыҙҙа уйнау сәнғәт төрө генә түгел, ул тын алыу юлдары өсөн бик файҙалы күнекмә һәм туҡтауһыҙ массаж. Был астма һәм бронхиттан ҡотҡара. Ә был фәнни факт!», – тип аңлата ҡумыҙсы.

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ағас ҡумыҙ төрөн яңынан тергеҙеүсе булараҡ та билдәле. Үҙе эшләгән ағас ҡумыҙ төрҙәрендә йәштәрҙе өйрәтә, ансамблдәр төҙөй. Концерттарында һәр саҡ ҡумыҙҙың ошо боронғо төрөндә уйнап ишеттерә. Тынғыһыҙ, эҙләнеүсән ижадсы варгандар ғаиләһен киңәйтеүгә лә үҙ өлөшөн индерҙе.

Заманса ижади ҡарашлы музыкант өсөн иң ҙур байлыҡ – репертуар. Уның музыкаль архивында үлемһеҙ башҡорт халыҡ көйҙәре «Циалковский», «Форт Перовский», «Порт Артур», «Байыҡ», «Гөлнәзирә», «Шәл бәйләнем», үҙе ижад иткән «Ауылым иртәһе», «Дала моңо», «Уйҙар даръяһында», «Сал быуаттар ауазы» композициялары, төрлө халыҡ көйҙәренән теҙмәләр.

Ҡумыҙсының һәр сығышындағы импровизациялар сикһеҙ ғәлам, һоҡланғыс тәбиғәт тауышы булып яңғырай. Төрлө хайуандар, ҡоштар тауышы, көслө ат тояҡтары сабышы наҙлы ел көйө менән алмашына, йә дауыл булып көсәйә, йә иркә ямғыр булып һибәләй. Уның уйнауында кәкүк, өкө, бүре тауыштары тәбиғәттең илаһи моңо булып, күңелдәргә үтеп инә, хисләндерә, тулҡынландыра… Миңлеғәфүрҙең концерттары фонограммаһыҙ үтә, ул тик тере тауышта сығыш яһай.

Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы башҡорт халҡының традицияларын, милли мәҙәниәтен, халыҡ уйын ҡоралдарын, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү һәм пропагандалау, үҫмер быуынға, йәштәргә музыкаль — эстетик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып бара. Рәсәйҙең бик күп төбәктәрендә һәм райондарында ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар ансамблдәре ойоштора. Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Төмән өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында, Татарстан республикаһында, Новосибирск, Томск, Һамар ҡалаларында, Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта йәшәүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә. Арҙаҡлы ҡумыҙсының мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендәге киң эшмәкәрлеге оло баһаға лайыҡ.

Виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы Зәйнетдинов Республикбыҙҙҙың иң юғары наградаларының береһе – Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителде. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы талантлы ижадташын был юғары наградаға лайыҡлы тип иҫәпләй.

✍: Әлфиә Ғимаҙиева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы