• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Пресса Ветерандарға концерт
Ветерандарға концерт

Ветерандарға концерт

Башҡорт дәүләт филармонияһының фронт бригадаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Ожгихиндың тәҙрәләре янында концерт ҡуйҙы.

Лилиә Ишемйәрова, Салауат Хәлилов, Дамир Тайыпов һәм Зилиә Сәфиуллина составындағы коллектив һуғыш дәүерендәге йырҙарҙан импровизацияланған концерт күрһәтте. Тамаша «Еңеү көнө» йыры менән тамамланды. Николай Ожгихин 1944 йылдан алып 1951 йылға тиклем Крымск автономиялы Совет Социалистик Республикаһының диңгеҙ авиацияһы сафында хеҙмәт итә. Ул «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, шулай уҡ Еңеүҙең юбилей даталарына миҙалдар менән бүләкләнгән. Фото:Т. Аманов

Подробнее: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-05-08/veterandar-a-kontsert-2796797?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816