• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости СӘХНӘЛӘ ЛӘ, ТОРМОШТА ЛА МАТУР КЕШЕ
СӘХНӘЛӘ ЛӘ, ТОРМОШТА ЛА МАТУР КЕШЕ

СӘХНӘЛӘ ЛӘ, ТОРМОШТА ЛА МАТУР КЕШЕ

Сәхнәгә килеп сығыу менән тамашасыны көслө энергетикаһы менән ҡабындырып ебәрә ул. Үҙенән ут-осҡон сәселеп, көс-ғәйрәт урғылып торғандай. Мәшһүр шағирыбыҙ Мостай Кәрим ҡатын-ҡыҙҙы яҡшы ат менән сағыштыра бит, шуның кеүек, Диянаны тәүге тапҡыр сәхнәлә күргәндә… шәп тоҡомло һылыу толпарға оҡшаттым. Ярһып, ярһытып, уйнап тора ине ул йырлағанда. Һәм күптәрҙең күңелендә лә, моғайын, ул шундай образда ҡалғандыр. Сәхнәлә ҡыҙыл сәсе менән, харизмаһы, характер бирелеше менән дә «ут» була алған йырсының шәхси тормошо һәм уй-кисерештәре тамашасыһына артыҡ билдәле түгел. Һәм, шул хатаны төҙәтеп ҡуйыу, өсөн беҙ Дияна Ишниязованы һөйләшеүгә саҡырҙыҡ —

– Дияна, һеҙ башҡорт эстрадаһына яңы төҫ, яңы һулыш булып килеп ингәйнегеҙ һәм әле лә һәр сығышығыҙҙа шуны иҫбатлайһығыҙ. Һеҙҙә тотоп тыйғыһыҙ илһам ҡайнап торғандай. Был характер һыҙатымы әллә сәхнә образы ғынамы?

– Сәхнәлә образ булдырыу һәм роль уйнау өсөн мин артыҡ ябаймын. Миндә ундай артислыҡ һәләте юҡ. Асылда, мин сәхнәне түгел, ә сәхнә мине ярһыта. Миндә ниндәйҙер «яугир-амазонка»ның ҡанын уята ла ебәрә. Әлбиттә, характер ҙа бар. Тик, мин тамашасы уйлағанса, осоп-төшөп торған ғәййәр ҡатын түгел. Мине бәләкәйҙән ғаилә өсөн тәрбиәләгәндәр. Шундай-шундай тәртиптәрҙе тоторға, ҡанундарҙы боҙмаҫҡа, ғаилә кодексын ныҡлы һаҡларға һәм уға бер ниндәй ҙә тап төшөрмәҫкә, тип. Шуға ла, ижадҡа ла мин илһамлы-хыялый бер донъя ғына итеп түгел, ә тир түгеп хеҙмәт итер өлкә итеп ҡарайым. Һәм йырҙарым менән дә тамашасыны ауыр уйҙарға, һағышҡа ғына төрөп ҡуймаҫҡа, уларҙы уятып, ҡандарын йүгертеп, аңдарын асып ебәрерҙәй, рух уятырҙай итеп башҡарғым килә. Бына ошо теләктәр барыһы бергә ҡушылып, дәртле, дарманлы йырҙар килеп сыға ла инде. Ә ундай йырҙарҙы нисек итеп һерәйеп кенә тороп башҡармаҡ кәрәк? Нисек итеп янмайса, ярһымайса йырламаҡ кәрәк? Бына шулай үҙгәртә, хатта әүермән яһай минән был сәхнә.

– Сәхнәлә күргәндән дә, һәм әле бына аралашып ултырыуҙан да, һеҙҙең был мөхиттә үҫмәгәнегеҙҙе аңғарырға була. Шулай итеп, ниндәй ғаилә балаһы булдығыҙ? Һеҙҙең ғаилә йәшәйеше, тәрбиәүи алымдары, тәбиғәте нисек ине?

 Мин хәрби атай ҡыҙымын. Калининград янындағы хәрби часть ҡаласығында тыуып үҫтем. Танкистар ҡаласығында. Атайым сығышы менән Учалы районы Ҡартмуйнаҡ ауылы башҡорто һәм Силәбе танк училищеһын тамамлағас, Калининградҡа йүнәлтмә менән хеҙмәткә ебәрелә. Әсәйем Миәс ҡыҙы.

Башҡорттар араһында хәрбиҙәр бик аҙ бит, беләһегеҙ, элек бигерәк тә шулай булғандыр, күрәһең, атайымдарҙың аралашыр башҡорт дуҫтары йәки ул яҡта туғандары булманы. Шунлыҡтан беҙ төрлө милләт халыҡтары менән ҡатнашып, дуҫлашып, туғанлашып тигәндәй йәшәнек. Өйҙә русса аралаштыҡ. Был, әлбиттә, беҙҙең, балаларҙың, туған телен белеп үҫмәүенә килтерҙе. Атайым көнө-төнө хеҙмәттә, ә әсәйем, ҡала ҡыҙы булараҡ, үҙе лә икмәк-тоҙлоҡ ҡына һупалай булып сыҡты. Әммә киләсәктә мин был хатаны төҙәтәсәкмен, ул турала саҡ ҡына һуңыраҡ…

Бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡанда инде, хәрбиҙәр араһында үҫкәс, хәрби кейемдәге генә ир-егетте күреп өйрәнгәс, кешеләрҙең барыһы ла тик хәрбиҙәр генә булалыр, тип уйлай инем. Йәғни, хәрби булмаған ағайҙар барлығын белмәнем. Ир-егеттең ниндәйҙер икенсе һөнәре булалыр икән тип башыма ла килтермәнем. Аҙаҡ, мәктәпкә йөрөй башлағас, үҙемә бер асыш яһаным. Бына шундай мәрәкә хәлдәр ҙә булды.

Бәләкәйҙән музыка мәктәбенә йөрөнөм, күп шөғөлләндем. Әсәйемдең теләге буйынса инде. Ул үҙе музыкаға өйрәнергә хыяллана ла, ундай мөмкинлеге булмай. Шуға ла балаларын, йәғни апайымды ла, мине лә музыкант итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Хәрби ғаиләләргә хас булғанса беҙгә гарнизондан-гарнизонға күсеп йөрөү эләкмәне, беҙ тыуғанда атайыбыҙ инде ултыраҡ тормошҡа күскән ине һәм бер урында ғына хеҙмәт итте. Шулай уҡ ятаҡта көн итеү ҙә яҙманы. Әммә уның нимә икәнлеген белдек, офицер ғаиләләренә ҡунаҡҡа бара һәм балалар бер коридор булып сабышып уйнай инек. Балалар күп булды ҡаласыҡта, тупҡа йыйылып алабыҙ, «һуғыш», «казаки-разбойники» һәм башҡа хәрәкәтле уйындар уйнап, әллә ҡайҙарға тиклем йүгерешәбеҙ. Мин малайҙар һымаҡ әрһеҙ, етеҙ, тиктормаҫ ҡыҙ инем, берәү ҙә йүгереп ҡыуып етә алмай. Ҡыйыҡтар буйлап үрмәләйбеҙ, ҡоймаларға менәбеҙ, емерек танкыларҙы өйрәнәбеҙ. Танкылар көн дә эшелондар менән теҙелешеп ҡала ситенә учебкаға сыға, шуларҙы оҙатып ҡалып, ҡаршы алып торабыҙ. Хәрби ҡаласыҡта шулай уҡ төрлө хәрби парадтар, байрамдар матур үтә ине. Бигерәк тә 9 май, 1 май көндәре. Тантаналы хәрбиҙәр кейеме күҙ яуын алырлыҡ бит ул. Ә уларҙың сафта үтеүе, хәрби йырҙар башҡарыуы, оркестр уйнауы – былар барыһы ла минең күңелгә шундай бер онотолмаҫ бала саҡ хәтирәләре булып уйылып ҡалған. Был минең сикле генә хәрбиҙәр илендәге бәхетле, бай, күңелле бер донъям ине.

– Хәрбиҙәр, хәрби атай ҡулында үҫеү шулай ҙа характер һыҙатына йоғонто яһамай ҡалмағандыр, шулай бит?

– Беҙ хәрби ғаиләһендә өс ҡыҙ бала булдыҡ. Ҡыҙҙар тип артыҡ ташлама яһалманы. Бигерәк тә малайҙарҙы ла уҙҙырып ебәрә торған миңә. Атайыбыҙ арып ҡайта, әммә беҙгә иғтибар итергә ваҡыт таба ине. Ул талапсан, ҡәтғи һәм башҡорттарға хас булғанса яндырай ғына ла. Шунлыҡтан «по стойке «смирно», «руки по швам», «лежал – отжался» тигән командаларҙы ҡайһы бер егеттәр армияла ғына ишетһә, миңә иһә бала сағымдан таныш. Кистәрен көндәлектәрҙе өҫтәлгә асып һалып, төҙ баҫып, эйәкте күтәреп, аныҡ һәм көр тауыш менән уңыш һәм уңышһыҙлыҡтарыбыҙ хаҡында «докладываем». Төрлө саҡтар булды һәм хатта офицер ҡайышының тәмен татыған осраҡтар ҙа. Апайым ыңғай, алсаҡ холоҡло бала булараҡ, атайҙы тиҙ генә әүрәтеп, йомшартып ала ине, ә мин ҡарышам һәм киреләнәм дә китәм. Шуға миңә йышыраҡ эләккәндер. Бөгөнгө ҡарашымдан, мин, әлбиттә, бындай тәрбиә алымдарына ҡаршымын, көс ҡулланыу, баланың шәхесен кәмһетеү иң еңел һәм аңһыҙ юл, тигән фекерҙәмен. Әммә ул саҡта, бигерәк тә хәрбиҙәр ғаиләләрендә, психология тигән төшөнсәнең еҫе лә булмағандыр, күрәһең.

Әммә атайыбыҙҙы ҡаты һәм уҫал булған тип ҡабул итергә кәрәкмәй, ул беҙҙе ихлас яратты – беҙ уны. «Ҡыҙҙар» тип ризаһыҙлыҡ та белдермәне, киреһенсә «минең ҡыҙҙарым» тип ғорурланып, ҙурлап әйтер ине. Бөгөн ул беҙҙең арала юҡ һәм уның юҡлығын тойоу ауыр…

– Йырсы булыу һеҙҙең бала саҡ хыялы…

– Бала саҡта мин үтә лә фантазер булдым. Әллә нимәләр уйлап сығарып, үҙем шуларға ышанып йөрөй торғайным. Ни өсөн кешеләр үлә икән, тигән һорау борсой башланы мине бер мәл. Әсәйем үлеп ҡуймаһын инде, тигән ҡурҡыу барлыҡҡа килде күңелдә. Һәм мин уны оҙаҡ йәшәтеү өсөн берәй сер уйлап табырмын тип, табип булырға хәл иттем. Был минең бала саҡ хыялым ине. Әммә һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, минән берәү ҙә һорап торманы, әсәйем тотто ла музыка училищеһына алып барҙы. Шулай итеп, мин Калининград музыка училищеһына барып индем. Беренсе курсты тамамлағайным, атайыбыҙ отставкаға китте һәм тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнергә булды. Ысынында, әсәй ҙә, атай ҙа илдәрен бик һағыналар ине. Уларҙа ниндәйҙер һағыш йәшәгәнен мин тойоп йөрөнөм. Мәҫәлән, әсәйемдең Нәзифә Ҡадирова, Фидан Ғафаров башҡарыуындағы пластинкалар тыңлап моңланыуы, атайымдың мәжлестәрҙә баян һуҙып башҡортса йырлауҙары. Башҡаларҙың аңламауында ла эше юҡ ине, уйнай ҙа йырлай, уйнай ҙа йырлай… Бына шул һағыш уларҙы илдәренә алып ҡайтты ла, әлбиттә, беҙ ҙә уларға эйәрҙек.

Мин бәләкәй саҡта башҡортса аңламаным. Шул пластинкаларҙа нимә хаҡында йырланыуын да төшөнмәйем, әммә тыңлайым һәм көйҙәрен отоп алам. Әле хәҙер ул йырҙарҙың «Өфө йүкәләре», «Кил, иркәм, кил инде» тигән йырҙар икәнлеген иҫләйем. Йырҙар китабы ла бар ине уларҙың. Әсәйемдең әсәһе килһә, яңы дәфтәр башлатып тороп беҙҙе туған телебеҙҙә һанарға, яҙырға өйрәтә торғайны. Уның менән арыуыҡ һупаларлыҡ булып ҡалабыҙ ҙа, ул ҡайтһа тағы ла онотабыҙ. Өйҙә ни өсөндөр русса аралаштыҡ…

Йырлауға килгәндә, бишенсе кластан балалар ансамблендә, хорҙа йырлай инем инде. Музыка уҡытыусыбыҙ Нина Яковлевна нимәләр генә өйрәтмәне, ҡайҙарға ғына алып йөрөмәне беҙҙе. Хеҙмәт дәресендә сәхнә кейемдәре тегеп алабыҙ, прическалар яһайбыҙ, бөтөн шартына килтерәбеҙ инде. Бына шулай ололарҙың беҙҙе үҫтереүе, ҡайһылыр мәлдәрендә хатта көсләп, мәжбүри тигәндәй ҡушыуҙары ла, һөҙөмтә бирмәй ҡалманы, беҙ сәнғәт фәнен бик яҡшы үҙләштерҙек.

Эстрада вокалына уҡырға инәм тип барғанда, миңә ун биш кенә йәш ине, ә унда ун етенән алалар икән. Музыка бүлегендә туҡталырға тура килде. Унан, ата-әсәйемә эйәреп Учалыға ҡайтҡас, унда ла ошо уҡ һөнәр бүлегенә ултырҙым. Учалыға мин, нишләптер, ерегә алманым. Миңә унда тар һымаҡ булды. Ә инде Өфөнө килеп күргәс, шунда уҡ «бына был минең ҡала» тигән уй тыуҙы. Әммә сәнғәт институтында ла эстрада вокалы булмай сыҡты. Мин уҡыуҙы тамамлағас ҡына, шул факультет асылды. Классика мине мауыҡтырманы, күңелем һаман да эстрадаға тартылды һәм мин уны үҙ аллы, практикала өйрәндем.

– Башҡортса һөйләшмәй үҫһәгеҙ ҙә, бөгөн һеҙ башҡортса йырлайһығыҙ. Туған телде белергә кәрәк икәнлеген ҡайһы ваҡыт төшөндөгөҙ?

– Баштан уҡ асыҡлыҡ индереп китәйек, мин телде белмәнем генә, ә уның моңон яратып үҫтем, тинем. Һәм ҡасан да булһа, шул ишеткән моңдарҙы һүҙҙәре менән дә йырлармын, тигән бер уй йөрөттөм.

Башҡорт телен уҡырға ингәс өйрәнә башланым. Ятаҡта бит инде башҡорт ҡыҙҙарын башҡорт ҡыҙҙары менән, рустарҙы рустар менән йәшәргә урынлаштыралар. Мин дә башҡорт ҡыҙҙары менән эләктем, әммә бүлмәләге дүрт ҡыҙҙың береһе генә башҡортса белә булып сыҡты. Шулай ҙа шул бер кеше етте беҙгә. Унан ҡала Өфөлә, Учалыла үҙең инде башҡорт донъяһында, башҡорт мөхитендә йәшәйһең һәм нисек тә һин шуға яғылып китәһең.

Беренсе башҡортса йырымды ла мин әлеге бүлмәләшем – Венера исемле Ырымбур ҡыҙы менән өйрәндем. Беренсе курстың аҙағында беҙ музыкаль бригада төҙөп алып гастролдәргә сығып, йәйҙәрен аҙыраҡ аҡса эшләп алыу ниәте менән яндыҡ. Һәм клавиша эҙләп йөрөп, ул саҡтағы «Ант» төркөмөнә барып юлыҡтыҡ. Улар БДУ бинаһында студия тоталар ине. Егеттәргә беҙҙең ҡыҙҙарҙан ғына торған төркөм ҡыҙыҡ булып тойолғандыр инде. Етмәһә, улар «Аманат-шоу» фестивален ойошторалар ине. Һәм, шул саҡ, Алмас Ғафаров беҙҙе тыңлап ҡарап, фестивалдә ҡатнашырға саҡырҙы. Ошо төркөмөбөҙ менән беҙ бер нисә тапҡыр сығыш яһаныҡ. Әммә ҡыҙҙар яйлап-яйлап икенсе шөғөлдәргә күсеп китеп бөттөләр һәм йырлаусыларҙан мин бер үҙем генә тороп ҡалдым. Сөнки был минең бәләкәйҙән үҙемә һеңдереп алған бер эшем ине һәм мин унан улай еңел генә баш тарта алманым. Хатта артабан тағы ла үргәрәк ынтыла – йырларға һәм уҡырға Мәскәүгә китергә лә йыйына инем, әммә мине унда ебәрмәнеләр. Ә мин ата-әсәнең әйткәненә буйһона инем. Шулай үҫтерҙеләр беҙҙе. Ололар фатихаһы һәм уларҙың финанс ярҙамы ул саҡта йәш студент өсөн мөһим ине.

«Ант» төркөмө шул танышыуҙа беҙгә башҡортса йырлау мөһим икәнлекте аңлатты. Һәм йырҙы артист үҙе ижад итеп йырлаһа, тағы ла яҡшыраҡ, тине. Шул ваҡыт мин уйлана башланым һәм илһамланып йөрөп «Оран» тигән йырымдың көйөн яҙҙым. Мин бит инде грамоталы музыкант, әммә ижад итеүҙе төшөнөп етмәгән кеше әлегә. Был иһә тәүге үҙ аллы ижадым булды. Моң тыуғас, уға һүҙҙәрҙе Розалия Таһирова яҙып бирҙе. Шиғырҙың эстәлеген дә үҙем уйлағайным инде. Йырға клип та төшөрҙөләр, заманында бик популяр булды ул. «Башҡорт йыры»ның телевизион варианты барлыҡҡа килгән ине һәм, ул заманда, тамашасы шуның аша тәүге тапҡыр Дияна Ишниязова тигән йырсы менән танышты.

– Тимәк, дәртле йырҙарҙы һеҙ үҙегеҙ ижад итәһегеҙ? Был тамашасы ихтыяжымы, әллә заман талабымы?

– Тыныс йырҙарым да бар, әммә ҡайҙа сығыш яһарға саҡырһалар ҙа, дәртле, залды ҡуҙғытыр йыр һорайҙар. Заман талабылыр, моғайын. Һәм тамашасы үҙе лә мине бая беҙ башта әйтеп үткән «амазонка» сүрәтендә күрергә теләйме шул… Һәр хәлдә был миңә оҡшай, мин ул талаптарға яуап бирергә тырышам. Ғөмүмән, миңә ошо һөнәрем дә, шөғөлдәрем дә, эшем дә оҡшай. Дөйөм бер ҡәнәғәтлек, идиллия тойоп, рәхәт кенә итеп йөрөп башҡарам йырҙарымды. Шул уҡ ваҡытта халыҡ иғтибарын яулау һәм был ҡыҙыҡһыныулы, һоҡланыулы ҡараштарҙы тотоп тороу өсөн күпме ихтыяр көсө һәм хеҙмәт талап ителгәнен бер үҙем генә беләм.

– Йырсыларға, бигерәк тә сәхнә юлын һайлаған ҡатын-ҡыҙға ғаиләгә лә бүленеү ауырҙыр… Һеҙҙә нисек?

– Институттан һуң мин эш эҙләп йөрөп, төҙөлөш колледжына музыка уҡытыусыһы булып барып индем. Йәш ҡыҙға тотош сәнғәт бүлеген тапшырып ҡуйҙылар. Колледждың ятағында йәшәйем. Вокал-инстументаль ансамбле төҙөнөм, бейеүҙәр һалам, үҙе бер клуб.

Бына шул ятаҡта мин буласаҡ иптәшем менән таныштым да. Ул да ятаҡта йәшәй ине. Ошо урында, шаяртып әйткәндә, миңә, йәш йырсыға, сәнғәт донъяһында юл ярыу өсөн продюссерға кейәүгә барырға кәрәклеген берәү ҙә өйрәтмәгән. Һәм мин, тәбиғи рәүештә, ғашиҡ булып тормош ҡорҙом. Әсәй бит инде беҙгә «кем булыуы мөһим түгел, ниндәй кеше булыуы мөһим» тип һеңдергән ине.

Ғаиләлә беҙҙең атай баш. Мин үҙем шундай тәртиптә үҫкән инем. Шуға ла баштан уҡ иремә эйәрҙем, ә алдына сыҡманым. Беҙ икебеҙ ҙә йәш һәм белемебеҙҙән башҡа бер нәмәбеҙ ҙә булмаған кешеләр инек, бөгөн иһә барыһын да үҙ хәләл көсөбөҙ менән булдырғанбыҙ.

Ирем минең йырсы икәнемде белһә лә, башта, ир булараҡ сикләргә, үҙенеке генә итеп ултыртып ҡуйырға ынтылды. Был тәңгәлдә беҙҙең арала етди генә һөйләшеүҙәр ҙә булғылап алды. Мин уға йырлау минең өсөн үтә лә мөһим икәнлеген, мөһим генә лә түгел, минең бар булмышым шул икәнде төшөндөрөргә тырыштым. Һәм, бәхеткә ҡаршы, ул барыһын да аңланы. Үҙенең әйтеүенсә, мине ныҡ яратҡан өсөн һәм юғалтырға теләмәгәнлектән генә риза булған.

Ике тиҫтәләй йырлап йөрөгән ғүмерҙә мин бер ваҡытта ла иремә көнләшерлек сәбәптәр тыуҙырманым. Ә ул, асылда, бик көнсөл кеше. Мин үҙем ҡарап торғанда шарҡылдап көлөп, осоп-төшөп йөрөгәндәй күренһәм дә, тәрбиәм ҡаты, ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй роль уйнауын яҡшы беләм.

Беҙ бер-беребеҙгә ҡыҙыҡлы булдыҡ. Баштан уҡ бына ошо һиҙелә ине. Ул мине иғтибар менән тыңланы, күп нәмәгә өйрәтте, минең донъямды өйрәнде һәм һәр ваҡыт минең өсөн ниндәйҙер яҡшы нәмәләр эшләне, ҡайғыртты, хәстәрләне. Ул шундай арҡа терәр ир, атай була белде. Мин уға шундай ышандым һәм яҙмышымды тулыһынса ҡулына тапшырҙым да ҡуйҙым. Һәм яңылышманым, тип уйлайым.

Ике ҡыҙ үҫтерҙек. Өлкән ҡыҙыбыҙ минең арттан эйәрер һымаҡ булып, сәнғәт институтының эстрада вокал бүлегенә уҡырға ингәйне, бер мәл был уның юлы түгел икәнде аңлап ҡалып, икенсе һөнәр һайламаҡсы булып, уҡыуын ҡалдырҙы. Хәҙер бит йәштәр үҙ аллы, үҙҙәре һайлай, үҙҙәре уйлай, тигән кеүек. Һәр хәлдә үҙҙәре өсөн яуап бирә беләләр.

 

Бына шундай ябай ҙа, илһамлы ла, емешле лә донъяһын асты беҙгә Дияна Ишниязова. Уның ситтән ҡарағандағы текә, ярһыу, дәртле образы артында яғымлы, ихлас ҡына ҡатын-ҡыҙ икәнлеген белдек. Шул уҡ ваҡытта белемле, төплө музыкант, профессионал уҡытыусы ла икәне һиҙелә. Ә инде шәп йырсы һәм ғаиләһен сикһеҙ һөйгән һәм хөрмәт иткән ҡатын, әсә лә икәнлеген иҫәпкә алғанда, уның менән һоҡланмау мөмкин түгел. Сәхнәлә лә, тормошта ла матур кеше икән.

 

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

(«Тамаша» журналы) Дуҫтар, журналыбыҙға яҙылырға онотмағыҙ.