• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Шаулап-гөрләп уҙҙы "Йәнем моңо минең – башҡорт теле" концерты

Шаулап-гөрләп уҙҙы «Йәнем моңо минең – башҡорт теле» концерты

Башҡорт дәүләт филармонияһы 85-се Юбилей ижад миҙгелен дауам итә! 13 декабрь филармонияның ҙур залында Башҡорт теле көнө алдынан «Йәнем моңо минең – башҡорт теле» тип аталған ҙур концерт программаһы үтте. Был матур сарала филармонияның танылған ижади коллективтары, сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны. Артистарыбыҙ башҡорт теленең бар гүзәллеген йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар аша тамашасы күңеленә еткерҙе!

Концертта эстраданың танылған, һеҙ яратҡан артистар Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә ЮлсуринаЛилиә ИшемйәроваРимма АмангильдинаВалентина ТопычкановаХәлит ФәтиховИскәндәр ҒәзизовСалауат МөхәмәтйәровЗаһир ИҫәнсуринРөстәм ШаһыбаловФәриҙә ҒаззаловаЗилиә СәфиуллинаТимур РамаҙановИлдар Абдуллин, Радик Вәлмөхәмәтов, Миндиғәфүр Зәйнетдинов, ҡурайсылар Артур Ғәйсәров, Азат БиксуринРушан БиктимеровИлнур ХәйруллинСалауат Хәлилов һәм башҡалар ҡатнашты!

Башҡорт теле көнөнә арналған концерт программаһының сценарий авторы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Ғимадиева, режиссеры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Һәм бөгөн концерт барышында СУЛПАН РӘИЛ ҠЫҘЫ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булды. Был награданы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт советы ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ағзаһы, шағирә, журналист Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина тапшырҙы!

«Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.

Сулпан Асҡарованы лайыҡлы награда алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да яңы ижади үрҙәр, дәрт, илһам теләйбеҙ!

Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған халҡыбыҙҙың алтын мираҫы – тыуған телебеҙ — башҡорт теле көнөнә арналған концертыбыҙ шулай итеп бер тында шаулап-гөрләп уҙҙы! Ғәзиз халҡыбыҙ, гүзәл Башҡортостаныбыҙ киләсәгенә өмөт күперҙәрен нығытҡан тыуған телебеҙ байрамы менән тағы бер тапҡыр ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һеҙҙе хөрмәтле тамашасылар!

Милләтебеҙ, башҡорт телебеҙ, халҡыбыҙ мәңге йәшәһен!

✍: Наҙгөл Сәлихова
📸: Ләйсән Минниханова

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ОЙОШМАҺЫ