• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Ҡыуаныслы яңылыҡ еткерәбеҙ!

Ҡыуаныслы яңылыҡ еткерәбеҙ!

Филармониябыҙҙың йырсыһы Алмас Сирусин Ҡазан ҡалаһында Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестивалендә ГРАН-ПРИҒА лайыҡ булды!

🗯»Ҡазан ҡалаһында Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестивалендә ГРАН-ПРИҒА лайыҡ булдым. Минең өсөн янып көйөүсе атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, коллегаларыма, остаздарыма һәм яратҡан тамашасыларыма оло рәхмәтемде еткерәм! Алла бирһә, артабан да сәнғәткә хеҙмәт итеп, ҙур аҙымдар яһарға яҙһын! Ошондай матур конкурсты ойоштороп, беҙгә-йәштәргә ҙур мөмкинселектәр биргәндәре өсөн Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министрлығына һәм Татарстан Республикаһының Рәшит Ваһапов исемендәге Ижтимағи татар мәҙәниәте фондына ҙур рәхмәт! Артабан да ҙур уңыштар теләйем, фестиваль сәскә атһын!», — тип үҙенең тәҫьораттары менән бүлеште АЛМАС СИРУСИН!

Ихлас күңелдән коллегабыҙҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ! Мәртәбәле еңеүҙәрең алда булһын, абруйың артҡандан артһын ғына!