• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Яҙ илсеһе. Шамил Ҡолбарисов

Шамил Ҡолбарисовтың 100 йыллығына арналған
концерт “Яҙ илсеһе”

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 8 февраль танылған композитор, йырсы, режиссер РСФСР һәм БАССР – ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шамил Ҡолбарисовтың яҡты иҫтәлегенә арналған концерт тәҡдим итә. “Яҙ илсеһе” тип исемләнгән кисә мәшһүр ижадсының тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Шамил Зөфәр улы Ҡолбарисовтың тормош юлы ваҡиғалар байлығы менән, ә ижад офоҡтары — үҙенең киңлеге менән хайран ҡалдыра. Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын хәрби авиация сафтарында үтә ул. Еңеүҙән һуң данлыҡлы Мәскәү консерваторияһында йырсы һәм композитор булараҡ белем ала, һәм, уҡыу йортон уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы булараҡ башлай. Артабан Башҡорт дәүләт филармонияһының режиссеры һәм художество етәксеһе вазифаһын үтәй, шул дәүерҙә 70-тән ашыу концерт программаһы сәхнәләштерә, тиҫтәләгән йыр ижад итә. Уларҙың иң билдәлеләре иһә — “Йәнбикә”, “Аҡ ҡайындар”, “Һалҡын шишмәләргә киләм әле”, “Яҙ килә”, “Ай булмаһа, йондоҙ бар”, “Өфөм, Өфөм, гүзәл Өфөм” һәм башҡа популяр йырҙар.

Моң эйәһенең ижади мираҫы әле һаман да йыр һөйөүселәр күңелендә тәрән хистәр уятып, яңғырауын дауам итә.

“Яҙ илсеһе” программаһында республикабыҙҙың танылған сәнғәт оҫталары һәм йәш тауыштар башҡарыуында композиторҙың иң популяр йырҙары яңғыраясаҡ.

Кисәнең режиссеры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова!

Моң һәм хәтер кисәһенә рәхим итегеҙ, хөрмәтле тамашасылар!