• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

«Алтын юбилей»

Юбилей программа.

Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров

АЗАМАТ ТИМЕРОВтың юбилейы дауам итә! 2 НОЯБРЬ. Башҡорт халыҡ йырын киң ҡатлам тамашасыларға еткереүсе сәхнә йондоҙо,  Башҡортостандың халыҡ артисы АЗАМАТ ТИМЕРОВ тыуған көн концертына саҡыра. Юбилей тамашаһында йырсының ижадташ дуҫтары, ғаилә ағзалары ҡатнаша. Тере тауыш, сифатлы моң һөйөүселәрҙе көтөп ҡалабыҙ!

Азамат Тимеровтың Башҡорт халыҡ оҙон-көйөн башҡарыу буйынса Азамат Тимеровҡа еткәндәр юҡ. Уның тауышында халҡыбыҙҙың үткәне ишетелә.  «Азамат», «Ильяс», «Илсе Ғайса», «Ҡара ат», «Ҡара юрға», «Эскадрон», «Уйыл», «Ҡолой кантон»…  Былар уның репертуарына ингән йөҙҙән ашыу йырының бер нисәүһе генә. Азамат Камил улының милли зауыҡ менән бергә милли рух тәрбиәләүсе үҙ йыр мәктәбе һәм ул тап башҡорт халыҡ йырҙарын тейешенсә башҡарыуҙы өйрәтә. Бынан тыш ул башҡорт, татар, рус халыҡ йырҙарын һәм италиян операларын да юғары кимәлдә башҡара. Халыҡ артисының көмөш тауышын башҡаларҙыҡы менән бутап та, сағыштырып та булмай. Замана эстрадаһында халыҡ йырҙарына айырым урын алырға ярҙам иткән Азамат Тимеров бөгөн дә эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Башҡорт халыҡ йырҙары араһында һирәк осрағандарын тергеҙеү өлкәһендә лә уның өлөшө ҙур. Бөгөн төрки ҡәүем башҡарыусылары араһында үҙ урыны, үҙ моңо һәм үҙ тамашасыһы булған Азамат Тимеровтың матур байрамына рәхим итегеҙ!

ХАҠЫ: 200-800 һум

КАССА: (347) 250-77-42