• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

«Ашҡаҙар моңдары»

«Ашҡаҙар моңдары» республика конкурсы яңы исемдәр аса
«Самрау» мәҙәни мираҫты һаҡлау фонды, «Ашҡаҙар» радиоһы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә «Ашҡаҙар моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың I Республика конкурсының йомғаҡлау концертын әҙерләй. Башҡортостан Башлығының Гранттар Фонды конкурсында еңгән был сара республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Абруйлы баһалама ағзалары, республиканың билдәле шәхестәре Юлай Ғәйнетдинов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Нәфисә Тулыбаева, Миләүшә Иҙрисова 120 –нән ашыу бәйгесе араһынан 27 башҡарыусыны «күрмәй тыңлап» һайлап алды. Һуңынан йырсылар баһалама ағзалары алдында фонограммаһыҙ, музыкаль оҙатыуһыҙ йырланы. Тулҡынланмаған сығыш яһаусы, моғайын, булмағандыр.
21 башҡарыусы Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк йомғаҡлау тамашаһында «тере тауыш» менән йырлаясаҡ. Концертҡа махсус ҡунаҡтар – республиканың билдәле шәхестәре, йыраусылар Нәзир Ҡолбахтин, Таңсулпан Ғарипова, Марс Юлдашев, Сәрүәр Сурина, Эльвира Сәйфуллина, Сынтимер Баязитов та саҡырылған.
«Ашҡаҙар моңдары» республика конкурсы 29 октябрҙә 17 сәғәттә Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Шулай уҡ халыҡ кәсепселәре эшләгән әйберҙәр күргәҙмәһе ойошторола. Инеү бушлай.
Халыҡ йырҙарын халыҡ йырсылары аша халыҡҡа еткерәйек!