• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

#БӘЙЛӘНЕШТӘ

Беренсе башҡорт блогерҙары концерты

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һеҙҙе беренсе блогерҙар концертына саҡыра! Филармония артистары һәм интернет йондоҙҙары бәйләнештә бер сәхнәлә осрашасаҡ. Был майҙандан осҡондар сәселеп торасаҡ: билдәле хиттар һәм яңы йырҙар, яңы дуэттар яңғыраясаҡ.

Һәр ҡатнашыусының меңәрләгән фанаты һәм интернет аша күҙәтеүселәре бар. Был йәштәр һәләтле һәм креатив, әүҙем һәм эҙләнеүсән булғанға ошондай уңыштарға өлгәшә алған. Әйҙәгеҙ, электрон лайктар тере ҡул сабыуға, күреп тамаша ҡылыуға һәм ихлас һөйөү билгеһенә әйләнһен.

Концертҡа килеүселәр рәхәтләнеп йырҙар тыңлау менән бер рәттән, шаярыу, төрттөрөү кеүек юмор жанрынан да ауыҙ итәр. Килегеҙ! Кәйефтәрҙе күтәрер, көлдөрөр, дәртләндерер сәбәптәр күп буласаҡ.

Был матур сараны алып барыуҙы юмор оҫтаһы Азамат нөктә.ру менән һылыуҡай Дилара Мусинаға ышанып тапшырғандар. Һәм тағы ла бер серле мәғлүмәт: бөтәгеҙгә лә билдәле булған билдәһеҙ блогер СЕРЛЕ киләсәк. Уның кем булыуын белеп ҡалырға теләһәгеҙ – концертҡа рәхим итегеҙ! Көтәбеҙ!

 

Башкирская государственная филармония им. Х. Ахметова приглашает на первый концерт башкирских блогеров! На одной сцене соберутся блогеры: звезды интернета и звезды башкирской эстрады!

Прозвучат известные хиты и премьеры новых дуэтов. У каждого участника концерта огромная армия поклонников и бесчисленное число просмотров в интернете. Артисты-блогеры смогли заслужить признание огромной аудитории благодаря своему таланту и харизме, которые принесли им заслуженную славу. Пусть электронные лайки превратятся в живые аплодисменты и признание зрителей.

На великолепном шоу вместе с разрывными  хитами башкирской эстрады  зрители смогут оценить колкости, шутки, ведь вести программу доверили настоящему мастеру искрометного юмора — Азамату Нокта.ру и красавице Диларе Мусиной. Специальный гость — самый известный блогер республики, но неизвестный как личность СЕРЛЕ. Хотите раскрыть эту личность? – Добро пожаловать на наш концерт!

 

В первом концерте башкирских блогеров участвуют:

Азат Биксурин — Салауат Зәйнетдинов

Алиса Жумагалиева — Азамат Мөхәмәтйәнов

Әлиә Искужина — Лилиә Даүләтбаева

Аурика Уршеева — Батыр Ғәлимов

Илзирә Ҡудашева

Әлфиә Ниғмәтуллина — Алмаз Ҡарағолов

Диана Ишниязова — Тимур Аҡназаров

Илдар Абдуллин – Мисс Ильнара

ЛилиәИшемйәрова – Рәлиә Королёк

Рәфис Сирусин — Эльвира Муллағолова

Тимур Рамаҙанов — Дилара Мусина

«Арғымак» төркөмө