• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

«Баян-шоу»

Ҙур концерт
Билетов нет

Һәр беребеҙ күңелендә йәшлек йылдарынан уйылып ҡалған бер моң һаҡлана. Сағыу, йомшаҡ, йылы һәм шундай яҡын… Һәр кемдең — үҙенеке. Эйе, кемдәргәлер ул гармун телдәре аша, икенселәргә — скрипка ҡылдары, йә булмаһа тальян, баян моңдары аша килеп инеп ғүмерлеккә уйылып ҡалған. Тап шул туған моңдо беҙ күпмелер ваҡыт үткәндән һуң һағынабыҙ, эҙләйбеҙ, ишетергә теләйбеҙ!.. Һәм һөйөнсө!
21 март. Тик бер генә көн. Башҡорт дәүләт филармонияһы тоғро тамашасыларын йәшлек хәтирәләренә ҡабаттан алып ҡайтырға вәғәҙә итә! Күптән һағынып көткән байрам – «Баян-шоу»! Концерттың режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова әйтеүенсә, ябай булмаған тамашала һәр концерттың биҙәге булған артистар, профессиональ музыканттар — Хәлит Фәтихов, Айҙар Ҡудашев, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов, Айнур һәм Илшат Фәтиховтар, Илшат Яхин, Рэм Гәрәев, Ғәли Алтынбаев, Салауат Хәлиловтар ҡатнаша. Шулай уҡ, тамашасы, ғәҙәттә, сәхәнәлә йырлап ҡына тороуҙарын күрергә күнеккән артистар баян күтәреп сығасаҡ. Улар — Артур Туҡтағолов, Редик Сәғитов, Фәдис Ғәниев, Искәндәр Ғәзизов, Заһир Иҫәнсурин, Миңзифа Исҡужина һәм башҡалар.
Хөрмәтле дуҫтар! Йыр-көйҙәребеҙ башҡа милләттәрҙекенән моңло булыуы менән айырылып тора. Берсә шишмә сылтырауына, талғын ел иркенә, сәскәләр серләшеүенә уйылып, күңелегеҙ, кем әйтмешләй, гармун күрегеләй әле ҡолас етмәҫ булып таралып китеп кире йомғаҡтай йомарланыуын тойаһығыҙ килһә, филармонияға «Баян-шоу» байрамына рәхим итегеҙ!

Билетов нет