• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

ДАЛАНҒА – 20!

Башҡортостандың иң рухлы, дәртле, даланлы эстрада-фольклор төркөмө – «ДАЛАН» үҙенең 20 йәшен билдәләй! Популяр башҡорт эстрада төркөмө, төрки йәштәренең «Урал моңо – 2002» халыҡ-ара конкурс-фестивале лауреаты «Далан» ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, һәр ваҡыт халыҡ күңеленә үҙ йыры, моңо, дәрте менән юл таба.  

Коллектив республикала ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Ырымбур, Силәбе, Һарытау, Төмән, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Ямало-Ненецк һәм Ханты-Мансы автономиялы округтарында, Саха-Яҡут, Үзбәкстан, Ҡаҙахстан республикаларында, Төркиәлә лә уңышлы сығыш яһап данға күмелде.

Төркөмдөң етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов үҙе үк башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалыусы легендар йырсыларыбыҙҙың береһе. «Ҡарауанһарай» фольклор-эстрада төркөмөн етәкләү тәжрибәһе уға «Далан»да һәләтле артистарҙы туплап, тиҙ арала уны төрлө йәштәге тамашасыларҙың яратып тыңлаған коллективына әйләндереү форсатын бирҙе.

Бөгөн «Далан» эстрада төркөмөндә сағыу йондоҙҙар: Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзифа Исҡужина, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары: Алмас Сирусин, Венер Сәйфетдинов (ҡурай), бейеүселәр Регина Баракова һәм Венер Ҡолдәүләтов, нәфис һүҙ оҫтаһы Редик Сәғитов ижад итә.

Халыҡсан, ерлекле, милли колоритлы булыуы менән айырылып торған төркөмдөң юбилей концерты илаһи осрашыу, онотолмаҫ йырҙар һәм ҡабатланмаҫ хистәр вәғәҙә итә. Һеҙҙе төрлө йылдарҙағы хиттар, премьералар, дәртле бейеүҙәр, моңло ҡурай, баян моңдары һәм башҡа «тәмле» бүләктәр көтә. Тыуған ил, илһөйәрлек, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, мөхәббәт һәм өҙөлмәҫ моң тураһындағы ҡабатланмаҫ музыкаль әҫәрҙәрҙе ишетеү өсөн концертҡа кил!