• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Хөрмәтле дуҫтар! Ишетмәнек, күрмәнек, хәтәр шәп тамашанан ситтә ҡалдыҡ, тип һуңынан үкенмәгеҙ. Хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ!

Тик бер генә көн! 23-сө февраль. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ысын ир-егеттәрҙе һәм уларҙың гүзәл заттарын иң шәп тамаша менән ҡыуандырырға ниәтләй.

Хәрби хеҙмәттә булып, һалдат һурпаһын эскәндәрҙе лә, хатта был бәхеттән ситтә ҡалғандарҙы ла республикабыҙ баянсылар армияһы генералы Хәлит Баянович Фәтихов үҙе ҡунаҡҡа саҡыра!

Баян-шоу!!!

Йола буйынса, был юлы ла, республиканың иң шәп баянсылары, гармунсылары, филармониябыҙҙың солистары йәнә бер сәхнәлә!

Баянсыларҙың оҫталығы, музыка ҡоралының ғәжәйеп мөмкинлектәре, сихри көйҙәр даръяһы, хисле музыка, дәртле бейеүҙәр, күңелле йырҙар… Быларҙың барыһы ла генерал Хәлит Баяновичта ҡунаҡта! Бер һүҙ менән әйткәндә – сәнғәт ротаһы марш-парадҡа әҙер!

Парад менән етәкселек итә – прапорщик  Сулпан Асҡарова (ҡуйыусы режиссер), уның фармандарын теркәп бара — ефрейтор Миләүшә Ҡаһарманова (сценарий авторы).