• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Искәндәр ҒӘЗИЗОВ: «Яҙҙар менән килгән һөйөүем һин»

85-се юбилей ижад миҙгеле
танылған эстрада артисыбыҙ
Искәндәр Ғәзизовтың шәхсән концерты

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 85-се юбилей ижад миҙгелендә танылған эстрада артистарының шәхсән концерттарын тәҡдим итә.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизовтың республика район — ҡалаларында барған тығыҙ гастролдәр теҙмәһендә ниһәйәт Өфөләге концертына ла ваҡыт табылды.

29 март филармонияның ҙур залында «ЯҘҘАР МЕНӘН КИЛГӘН ҺӨЙӨҮЕМ ҺИН» тип аталған концертында Искәндәр ижадташ дуҫтары –Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Һағынбаева һәм Фәриҙә Ғаззаловалар менән сығыш яһайасаҡ.

Һәр йыл һайын шаулап-гөрләп килгән яҙ күңелдәрҙе дәртләндергән, ашҡындырған мәлдә йырсы яратҡан тамашасыһына йыр — бүләген «тапшырмай» ҡалғаны юҡ.

Хисле, тылсымлы, күңелдәрҙе арбар моңло тауышы, ихласлығы, ябайлығы менән халҡыбыҙҙың оло һөйөүен яулаған Искәндәр Ғәзизов репертуары өҫтөндә даими эшләй, тамашасы хөкөмөнә яңынан – яңы йырҙар сығара. Уның башҡарыуында хиттарға әйләнгән популяр йырҙар, шулай уҡ өр яңы йыр премьералары ла яңғыраясаҡ концертта.

Концерттың режиссеры — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

«Яҙҙар менән килгән һөйөүем һин» концертында көтәбеҙ һеҙҙе, хөрмәтле дуҫтар!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 300-1000 һум.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru