• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Йәшә. Живи

өр-яңы проект
85-се ижад миҙгеле
Хөсәйен Әхмәтовтың тыуыуына 110 йыл

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 85-се юбилей ижад миҙгелендә яңы проекттар өҫтөндә эшләй, төрлө йүнәлештәге концерт программаларын тамашасы хөкөмөнә сығара.

21 февраль филармонияның ҙур залында үтәсәк «Йәшә!» тип аталған концерт өр-яңы проекттарҙың береһе.

Кеше был донъяға йәшәү өсөн килә. Һәр кешенең йәшәйеш асылы, мәғәнәһе, йәшәү рәүеше төрлөсә. Халыҡ уны яҙмыш тип атай. Ғүмер һуҙымында һәр кем тормош ҡанундарына буйһона. Атай–әсәй тәрбиәһе, ғәмһеҙ баласаҡ, хистәр тулы шаулы йәшлек йылдары, ихласланып ғаилә ҡорған осор, балалар үҫтереү, ең һыҙғанып, дәртләнеп донъя көтөү, ҡартлыҡ, ғүмер көҙө яҡынлашыу… Кеше ғүмеренең һәр миҙгелен шағирҙәр, композиторҙар йырҙарҙа сағылдыра, тасуирлай. Ана шул йырҙар, моңдар аша проект авторҙары, йырсылар, музыканттар тамашасыға «Йәшә!» тип өндәшәләр. Йырлап, йылмайып, дөрөҫ йәшә, ауырлыҡтар алдында бирешмә, тормоштоң, йәшәйештең һәр миҙгелен яратып, рәхмәтле булып ҡабул ит, ата-әсәң тәрбиәһен, тыуған ил хәстәрен, терәк булған туғандарың, дуҫтарың ярҙамын онотма тип мөрәжәғәт итәләр.

Үҙенсәлекле, бай эстәлекле, ҙур мәғәнә һалынған концерт программаһында эстраданың танылған, халыҡ һөйөүен яулаған артистар — Артур Туҡтағолов, Минзифа Исҡужина, Лилиә Ишемйәрова, Азат Биксурин, Айгөл Һағынбаева, Искәндәр Ғәзизов, Заһир Иҫәнсурин, Тимур Рамаҙанов, Евгения Цыпина, Алмас Сирусин, Илдар Абдуллин, Салауат Хәлилов, Венер Сәйфетдинов, Аурика Уршеева, Гөлнур Мансурова, Гөлназ Ильясова, Сабина Дадашова, Рәмил Мостафин, Зилиә Сәфиуллина, Светлана Атанғоловалар ҡатнаша.

Концерттың режиссеры — Зиннур Сөләймәнов, сценарий авторы — Зилә Ғәлләмова.

Проекттың арт-директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, эстраданың художество етәксеһе Илнур Хәйруллин.

Концертҡа рәхим итегеҙ, хөрмәтле тамашасылар!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 400-1000 һум.
Касса: (347) 250-77-42
http://bashgf.r