• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Яҙ килә лә. Весна приходит

Премьера! Большой эстрадный концерт
Специальный гость – Шагит ХАММАТОВ
Режиссер – Махмут НАДЫРШИН

Яҙ килә. Тәбиғәт, бар тереклек уяна, донъя йәшәрә. Шаулап – гөрләп килгән яҙҙар күңелдәрҙә яҡты өмөт, һөйөү хистәре уята. Тәбиғәттең яңы тормошо башланған ваҡытта йырлайһы, көләһе, шаяраһы килә!

Ошондай матур көндәрҙең береһендә – 4 апрель Башҡорт дәүләт филармонияһы тамашасыларға йырлы — бейеүле, уйын – көлкөлө һоҡланғыс сағыу тамаша – «Яҙ килә лә…» тигән концерт тәҡдим итә.

Һеҙ яратҡан йырсылар: Башҡортостандың халыҡ артистары — Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Артур Туҡтағолов, Минзифа Исҡужина, Рима Амангильдина, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары – Айгөл Һағынбаева, Дамир Тайыпов, Тимур Рамаҙанов һәм Фәриҙә Ғаззалова, Рәфис, Алмас Сирусиндар, Илдар Абдуллин, Радмир Исмәғилев, Айтуған Ғәйзуллин, «Феста» вокал төркөмө; музыканттар: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин (мультиинструменталист), Башҡортостандың халыҡ артистары Хәлит Фәтихов (баян), Миңдеғәфүр Зәйнетдинов (ҡумыҙ), Ишморат Илбәков (ҡурай), Салауат Хәлилов (баян), Аурика Уршеева (саксофон), Семен Конторщиков, Артур Сәғәҙиев, Альберт Исмаил; бейеүселәр: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Евгения Цыпина һәм Татьяна Мутафи, Зарина Ғуфранова, Сабина Дадашова, Гөлназ Ильясова, Рөстәм Ғандалипов, Рәмил Мостафиндар йыр — моңдарын, дәртле бейеүҙәрен, ә махсус ҡунаҡтар: алып барыусылар — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов һәм Байегет Мөхәрләмов көлдөрөп, шаяртып, уйнатып күңелдәрҙе асасаҡ.

Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт Нәҙершин, сценарий авторы — Лилиә Исҡужина.

Килегеҙ, осрашайыҡ, бәхетле, күңелле минуттарҙы бергә үткәрәйек! Филармонияның ҙур залында көтәбеҙ һеҙҙе, хөрмәтле дуҫтар!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар
Билет хаҡы 300-1000
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru