• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

«ҠАБАТЛАНМАҪ…»

ФӘТИХ ИКСАНОВТЫҢ яҡты иҫтәлегенә арналған
хәтер кисәһе һәм китап туйы


 

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 22 май башҡорт милли мәҙәниәтен, профессиональ сәнғәтен үҫтереүгә ғүмерен бағышлаған, талантлы режиссер, оҫта ойоштороусы БАССР – ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Хәйрулла улы Иксановтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе һәм уның тормошо, ижады тураһында һөйләгән «Ҡабатланмаҫ режиссер» тип аталған китап туйына саҡыра.

Фәтих Иҡсановтың халҡыбыҙҙың милли музыкаһын һаҡлауға, үҫтереүгә, музыка ҡоралдарында уйнау сәнғәтен киң таратыуға, төрлө йәштәге  таланттарҙы бай халыҡ ижадына йәлеп итеүгә индергән ҙур шәхси өлөшөн баһалап бөткөһөҙ. Ул күп кешеләр йыйылған ҙур сараларҙы үткәреү оҫтаһы булды һәм үҙенән һуң милли байрамдар ойоштороу буйынса бай мираҫ ҡалдырҙы. Фәтих Хәйруллович «Ҡаҙ өмәһе», «Яҙғы моңдар», «Көҙгө моңдар», «Йәш тауыштар», мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади кисәләре, тиҫтәләгән театрлаштырылған байрамдар һәм концерттар сценарийҙары авторы һәм режиссеры булараҡ киң билдәлелек ала.

Республика ҙур масштаблы «Тальян гармун» байрамына нигеҙ һалыусы, уны үткәреү инициаторы, ойоштороусы булараҡ ысын халыҡ һөйөүен яулай. 1985, 1986, 1987 йылдарҙа үткәрелгән талъян гармун байрамдары бик күп халыҡты туплай, республикала халыҡ ижадын йәнләндерә, яңы талантлы башҡарыусыларҙы һәм халыҡ музыка ҡоралдары эшләүсе оҫталарҙы аса. Район һәм ҡалаларҙа үткәрелгән һайлап алыу турҙары халыҡ музыкаһының абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә. Өфөлә үткән «Тальян гармун» финалы халыҡ сәнғәтенең ысын байрамдарына әүерелә, баш ҡала урамдарында һәм майҙандарында ҙур саралар ойошторола. Унда гармунсылар ғына түгел, ҡурайсылар, йырсылар һәм бейеүселәр ҙә ҡатнаша.

Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән йылдарында Фәтих Иҡсанов милли мәҙәниәттең иң яҡшы өлгөләренә һәм традицияларына нигеҙләнгән профессиональ сәнғәтте үҫтереү өсөн күп көс һала. Ул «Йәдкәр» («Наследие») исемле, тамашасылар араһында ҙур популярлыҡ яулаған тәүге профессиональ фольклор төркөмдәренең береһенә нигеҙ һала.

Фәтих Хәйрулла улы Иксановтың тормошона һәм ижадына бағышланған, яҡты иҫтәлектәргә, онотолмаҫ хәтирәләргә бай кисәлә республикабыҙҙың танылған сәнғәт оҫталары ҡатнашасаҡ.

Кисәнең режиссеры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иксанова.

Күренекле шәхес, киң билдәле сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәре, талантлы режиссер, оҫта ойоштороусы Фәтих Иксановтың хәтер кисәһенә рәхим итегеҙ, хөрмәтле тамашасылар!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 400-1600 һум.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru