• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Юбилей концерты «Сая киләсәкте һөйләр Ишҡурай»

Башҡортостандың биләмә бренды сифатында теркәлгән милли музыка ҡоралын данлаусы һәм популярлаштырыусылар кемдәр улар? Әлбиттә, ҡурай оҫталары! Шундайҙарҙың береһе, Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Ишморат Илбәков ҙур концертына саҡыра.

Үҙенсәлекле моңдар уйлап сығарыусы, ҡурайҙың төрлө алымдарын күрһәтә белеүсе, импровизатор, халыҡсан көйҙәрҙе һаҡлаусы һәм йәш быуынға тапшырыусы булараҡ та дан алған Ишморат Ҡәйүм улы, ҡабатланмаҫ ижады менән Республика һәм Рәсәй генә түгел, Европа, АҠШ тамашасыларын да әсир иткәйне. Уның башҡарыу оҫталығы, халыҡ ижадын тулы итеп бирә алыуы, тыңлаусылары менән йылы аралаша белеүе күп йыллыҡ сәхнә тәжрибәһе ул.

Ҡурай моңона ғашиҡ дуҫтар! Һеҙҙе 10 февраль көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы залында көтөп ҡалабыҙ. Башҡорт халҡының билдәле легендар көйҙәренән тыш татар, йәһүд, урыҫ һәм башҡа халыҡ моңдары ла яңғыраясаҡ, төрлө поппурилар асасаҡ күңелдәрҙе. Концертта ҡурайсының ижадташ дуҫтары, һәләтле туғандары һәм коллегалары ҡатнаша. Ҡаҙағстандан ҡунаҡ булып киләсәк Аяулым, Татарстандан Зөлфиә һәм Жәүит Шәкировар ҙа биҙәйәсәк байрамды. Рәхим итегеҙ! Көтөп ҡалабыҙ!

 

Кто такие прославители и популяризаторы национального музыкального инструмента, зарегистрированного в качестве территориального бренда Башкортостана? Конечно, мастера курая! Один из них – народный артист Республики Башкортостан, лауреат всероссийских конкурсов Ишморат Ильбаков – приглашает на свой большой юбилейный концерт.

Ишмурат Каюмович прославился как создатель самобытных мелодий, мастер демонстрации приемов курая, импровизатор, хранитель и проводник молодому поколению народных мелодий. Своим неповторимым искусством он покорил зрителей не только республики и России, но и ближнего и дальнего зарубежья. Его исполнительское мастерство, умение в полной мере передать народное творчество, теплое общение со слушателями – это многолетний сценический опыт.

Любители неповторимой мелодии курая! 10 февраля в зале Башкирской государственной филармонии мы будем вас ждать. Прозвучат легендарные башкирские мелодии, различные попурри, а также музыка русского, татарского, еврейского и другие народов. В концерте примут участие творческие друзья, талантливые родственники и коллеги кураиста. Своим выступлением праздник украсят гости: Аяулым из Казахстана, Зульфия и Жавит Шакировы из Татарстана. Добро пожаловать! Мы ждем вас!