• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

ЙЫРҘАРЫМДЫ ЙӨРӘГЕМДӘН СЫҒАРАМ / ПЕСНИ ИЗ СЕРДЦА

Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағоловтың юбилей кисәһе

Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, музыкант–аккомпаниатор Артур Бәҙри улы Туҡтағолов 55 йәшлек абруйлы юбилейын билдәләй. Һәм шул айҡанлы яратҡан тамашасыларына яңы концерт программаһын тәҡдим итә.

Артур Туҡтағолов 55 йәшлек ғүмеренең яртыһынан күбен йырлап үткәргән. Йөҙҙән ашыу йыр ижад иткән. «Йырҙарымды йөрәгемдән сығарам»  программаһында ла улар әлбиттә яңғыраясаҡ. Уларҙы инде авторҙан тыш филармониябыҙҙың иң сағыу йондоҙҙары Нәзифә Ҡадырова, Миңзифа Исҡужина, Әлфиә Юлсурина, Айгөл Һағынбаева, Рөстәм Шаһыбалов, Лилиә Ишемйәрова һәм башҡа вокалистар башҡарыуында ишетерһегеҙ. Һәм әлбиттә байдамдың үҙәгендә юбиляр етәкселегендәге «Далан» эстрада төркөмө буласаҡ. Бынан тыш юбилей кисәһендә республикабыҙҙың билдәле музыканттары – баян оҫталыры Хәлит Фәтихов һәм Ғәли Алтынбаев, ҡурайсы Рушан Биктимеров тә ҡатнашасаҡ.

Артур Туҡтағоловтың ижады ул тыуған яҡты, туған төйәкте, ер-һыуҙарҙы һәм изге хистәрҙе данлау. Уның илһөйәр һәм рухлы күңеленән халыҡ ҡушылып йырларлыҡ онотмаҫлыҡ моң тыуа. Артур Бәҙри улын Башҡортостан һәм ил кимәлендә генә түгел, сит илдәр, бигерәк тә Төрки донъяһында ла яратып тыңлайҙар. Ул ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын – республикабыҙҙың, башҡорт халҡының патриот улы һәм һәләтле йырсыһы булып таныла. Артур Туҡтағолов иле менән ғорурланған кеүек, милләте лә ижадсы менән ғорурлана ала!

Яратҡан йырсығыҙҙы ҡотлау, тыңлау һәм байрамдарҙы бергә билдәләү өсөн концертҡа саҡырабыҙ! Рәхим итегеҙ!

                                                                                                 Билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән алырға мөмкин.