• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

ЙЫР КӨСӨ/ СИЛА ПЕСНИ

Эстрадный концерт
Режиссер - Сулпан Аскарова

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 7 декабрь күп тамашасылар һорауы буйынса республикала айырыуса ҙур уңыш менән барған, эстраданың иң танылған сағыу йондоҙҙарын, йыр әһелдәрен, йәш таланттарҙы, оҫта музыканттарҙы берләштергән «Йыр көсө» концертын яңынан сәхнәгә сығара.

Был грандиоз проект менән филармонияның күренекле артистары республиканың райондарында, ҡалаларында бик уңышлы сығыш яһап, тамашасыларҙың юғары баһаһын алдылар. Оҫта алымдар менән төҙөлгән бай эстәлекле концерт программаһы тамашасы күңеленә хуш килде, тетрәндерҙе, хисләндерҙе, уйландырҙы. Был уникаль концерт программаһында артистар йыр аша йырҙың көсө, уның кеше тормошонда тотҡан роле нимәлә тигән фәлсәфәүи һорауҙарға яуап бирәләр. Халыҡ йырҙарын, композитор әҫәрҙәрен башҡарып, музыка, илаһи ҡурай моңо аша башҡорт йыр сәнғәтенә, милли мәҙәниәтебеҙгә, телебеҙгә, данлы тарихыбыҙға ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләйҙәр.

Башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Хәлит Фәтихов, Ғәли Алтынбаев, Азат Биксурин, Лилиә Ишемйәрова, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Искәндәр Гәзизов, Рөстәм Шаһыбалов, Заһир Иҫәнсурин, Тимур Рамаҙанов һәм башҡа һеҙ яратҡан йырсылар, төркөмдәр ҡатнашҡан концертта көтәбеҙ һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар! Ашығығыҙ, үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ тамашанан ситтә ҡалмағыҙ!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы
300-1000 руб.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru