• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

КҮСТӘНӘС — 3

ТЕАТРЛАШТЫРЫЛҒАН КОНЦЕРТ

 

Хөрмәтле дуҫтар! Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһынан йырлы моңло «Күстәнәс» ауыҙ иткегеҙ киләме? Улайһа, 2021-се йылдың 5-се ғинуарында Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 58-се һанлы йортта урынлашҡан «Моң донъяһына» рәхим итегеҙ! Унда һеҙгә Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужина, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимирова, Радик Вәлмөхәмәтов, Әлфиә Юлсурина,  Нәзифә Ҡадырова, Лилиә Ишемйәрова, Дияна Ишниязова, Искәндәр Ғәзизов, Рифат Шәрәфетдинов, Заһир Иҫәнсурин, Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Рамаҙанов,  «Арғымаҡ» төркөмө һәм башҡа артистар һеҙҙе яратҡан йырҙарҙан, иң шәп бейеүселәребеҙ дәртле бейеүҙәрҙән, баянсы, курайсылар һәм башҡа музыканттар күңелдәргә хуш килгән көйҙәрҙән күстәнәс тәҡдим итер.

Иҫке йылды оҙатып Яңы йылға аяҡ баҫҡан мәлдә, йырға, моңға битараф булмағандарға махсус әҙерләнгән үҙенсәлекле программаның режиссеры – Сулпан Асҡарова.

5 ғинур! Тик бер генә көн! Театрлаштырылған концерт «Күстәнәс»!

Яңы йылда барыбыҙ ҙа яңы бәхет, яңы кисерештәр, яңы тормош килеүенә өмөт итәбеҙ. Байрамыбыҙ уртаҡ булһын!