• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Йәнем моңо минең – башҡорт теле

Башҡорт теле көнөнә арналған концерт

 

13 декабрь Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында «Йәнем моңо минең – башҡорт теле» тип аталған ҙур концерт программаһында филармонияның танылған ижади коллективтары, сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ, башҡорт теленең бар гүзәллеген йырҙар, шиғырҙар аша тамашасы күңеленә еткерәсәк. Концертта эстраданың танылған, тамашасы яратҡан артистары Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Лилиә Ишемйәрова, Римма Амангильдина, Валентина Топычканова, Хәлит Фәтихов, Искәндәр Ғәзизов, Салауат Мөхәмәтйәнов, Заһир Иҫәнсурин, Рөстәм Шаһыбалов, Фәриҙә Ғаззалова, Зилиә Сәфиуллина, Тимур Рамаҙанов, Илдар Абдуллин, Радик Вәлмөхәмәтов, Миндиғәфүр Зәйнетдинов, ҡурайсылар Артур Ғәйсәров, Азат Биксурин, Рушан Биктимеров, Илнур Хәйруллин, Салауат Хәлилов һ.б.  ҡатнаша.

Башҡорт теле көнөнә арналған концерт программаһының режиссеры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова,

Тыуған телгә дан йырлаған, һөйөү, ғорурлыҡ тәрбиәләгән концертҡа рәхим итегеҙ, хөрмәтле тамашасылар!

 14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 200-600 руб.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru