• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Лилия БИКТИМЕРОВА

Сольный концерт 

Йәшнәп йәшәргә талпына күңел.
Йәшәү ҙә ерҙә мәңгелек түгел.
Уҙыр ҙа китер аҡҡан һыу кеүек
Йөрәк серҙәрен әйтергә өлгөр.

 

Бәхет йәшнәп йәшәүҙә!.. Һеҙ беҙҙең менән килешәһегеҙме? Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Биктимерова ла тап шулай уйлай. Ысынлап та, уның һәр йырлаған йырында йәшәүҙең мәғәнәһе асыла, тормоштоң йәме сағыла. Осраған һәр ҡаршылыҡтарын һәм шатлыҡтарын миҙгеленең ғүмер бүләге тип ҡабул итә, йырға һала тамашасы йырсыһы.

Лилиә Биктимерова үткән йылдар ижадында барыһының күңеленә ятҡан бик күп йырҙар ижад итте. Һәм шуларҙың иң-иңдәрен һайлап алып, сағыу образдар уйлап, тамашасыны йәнә йәлип итә. 31 март Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Биктимерова “Бәхет йәшнәп йәшәүҙә” тип аталған ҙур концерт программаһына саҡыра.

Кисәлә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев һәм Хәлит Фәтихов, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Гөлназ Асаева һәм башҡа һеҙ яратып тыңлаған йыр-моң солистары. Кемдәр булырын белергә теләһәгеҙ, килеп күрегеҙ… Шәп буласаҡ! Көтәбеҙ!