• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

ҒҮМЕРҘЕҢ ЙӘМЛЕ САҒЫ / ПРЕКРАСНЫЕ МГНОВЕНИЯ ЖИЗНИ

Солисты филармонии, творческие друзья.

ҒҮМЕРҘЕҢ ЙӘМЛЕ САҒЫ

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова

Нурҙар һибәм дуҫтар күңеленә,

Нурҙар тирәм көндә үҙемдә…

(Ғәли Ильясов)

Башҡорт дәүләт университетында биолог һөнәрен үҙләштергәндән һуң борма-борма юлдар үтеп сәнғәткә килеп, башҡорт халыҡ йырын ғүмерлеккә юлдашы итеп һайлаған, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова яратҡан тамашасыларын яңы программа менән ҡыуандырырға ашыға.

Сәйҙә Ильясова киң диапозонлы йырсы. Уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, романстар, башҡорт, татар, рус, сит ил композиторҙарының ариялары, эстрада йырҙары — барыһыла үҙ урынын тапҡан. Уны билдәле йырсы булараҡ ҡына түгел, ә ҡыҙыҡлы, эстәлекле тамашалар ҡуйған һәләтле режиссер итеп тә беләләр. Бынан тыш ул шиғырҙар һәм йырҙар ҙа ижад итә.

Был һәләттәрен ул «Ғүмерҙең йәмле сағы» тип аталған өр-яңы концерт программаһында асасаҡ. Дөрөҫөрәге, ошо исем аҫтындағы йырҙар китабының исем туйында. Йыйынтыҡ Сәйҙә Ғәле ҡыҙының тамашасыларына яһаған беренсе бүләге. Китап бар! Йыр бар! Илһамлы артистар бар! Һәм, әлбиттә, бөтөн был ижади төркөм булдырған концерт та бар!

  • Был йырҙар минең күңелемдән сиртеп сыҡҡан, саф шишмә һымаҡ үҙенә-үҙе юл ярып ағылған инештәр. Йәндәренә моң тулышҡанда, кисәләрҙә, мәжлестәрҙә алһындар ҙа йырлаһындар өсөн мин уларҙы китапҡа тупланым һәм тамашасыларға тәҡдим итәм, – тип, сәләмдәрен еткерә Сәйҙә Ильясова үҙе.

«Ғүмерҙең йәмле сағы» йырҙар йыйынтығының исем туйына Сәйҙә Ильясованың ижадташ дуҫтары ла саҡырылған. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Фларида Иркина, Рөстәм Шаһыбалов, Искәндәр Ғәзизов, Илдар Абдуллин, Алиса Жумағәлиева, Дилбәр һәм Ғәлиә Фәйзиевалар һәм башҡалар ҙа бар. Тамашының режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Һеҙ ҙә, хөрмәтле тамашасылар, байрамдан ситтә ҡалмағыҙ. Йыр-моң кисәһендә түрҙән урын алығыҙ.

Билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән алырға мөмкин.