• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

НӘЗИФӘ һәм Ко / Назифа и компания

Эстрада легендалары тәҡдим итә

Халҡыбыҙҙың легендар йырсыһы, үҙенең моңо, илаһилығы, харизмаһы менән күп һанлы тамашасыларҙың йөрәген әсир иткән, дан яулаған Нәзифә Ҡадырова дуҫтарын йыя!

Ул Людмила Гурченко, Иосиф Кобзон, Валерий Леонтьев, Лев Лещенко, Мөслим Магомаев һәм башҡа билдәле йырсылар  менән бер сәхнәлә сығыш яһай. Йырҙары менән ил кимәлендәге конкурстарҙа еңеүҙәр яулай,  бихисап һәм төрлө осор тамашасыларының иң яратҡан йырсыларының береһенә әйләнә.  Рим Хәсәнов ижад иткән «Мандолина» йыры  менән ул  «Ғүмергә йыр менән»  Бөтә Союз телевизион конкурсында сығыш яһай һәм уңыш ҡаҙана. 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә һәм бөгөнгәсә  эшен, тамашасыларын, хеҙмәттәштәрен һәм тормошто   яратып ижад итә.

Тормошта ниндәй булһа, сәхнәлә лә шундай уҡ Нәзифә Ҡадырова. Тере тауыш менән йырлау – уның бер ваҡытта ла үҙгәрмәҫ ҡағиҙәһе. Башҡортостан сәхнәһе примадоннаһы тип йөртәләр Нәзифә Жәүәт ҡыҙын.

Бөгөн Нәзифә Ҡадырова эстрадабыҙҙың легендалары бергә тупланған төркөмдә ялҡынланып ижад итә.  «НӘЗИФӘ һәм Ко» йырсының берҙәм, һәләтле һәм күңелле командаһы ул! Йәғни, Ғәли Алтынбаев, Зөлфиә Ҡудашева, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров һәм Зилиә Сәфиуллина.

3-сө февраль. Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә йәнә легендалар! Рәхим итегеҙ!

 

Мало кто поспорит, что уже многие годы Назифа Кадырова – певица номер один в нашей республике!
И в нынешнем году артистка отпразднует юбилейную дату – 50 лет на сцене!
И что интересно – Примадонна башкирской сцены не сбавляет обороты, продолжает петь, выступать, да еще и команду единомышленников сплотила.
В 2017 году на базе филармонии появился коллектив из числа ведущих мастеров башкирской эстрады. В состав этого сводного «отряда» специального назначения под бравым руководством Назифы Жаватовны вошли певцы, музыканты и мастера искусства танца, коими и по сию пору восхищается не только наша республика. И название наш «спецназ» получил самое что ни на есть говорящее – «Легенды эстрады».
Это — народные артисты Башкортостана: баянист Гали Алтынбаев, кураист Ишморат Ильбаков, певцы Альфия Юлчурина и Радик Вальмухаметов, а также виртуоз хореографического искусства Зульфия Кудашева. Это — любимцы публики, ставшие кумирами не только у себя на родине, их популярность давно перешагнула пределы России и которым с восхищением аплодировала Европа, Азия, Южная Америка!
В числе любимцев публики работает артистка разговорного жанра Зилия Сафиуллина, которая очень удачно дополняет звездный состав.
«Ретро-группа» (так любовно именуют наших звезд в народе) стремительно завоевала популярность, активно разъезжая по республике и соседним регионам. И везде концерты мэтров проходят с огромным успехом.
В программе группы – любимые песни, стихи, монологи, скетчи, танцы и инструментальные композиции.

3 февраля звёзды вновь сойдутся для вас!