• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Илаһи ҡурай

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы АРТУР ҒАЙСАРОВ һәм
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ  ХАЛЫҠ ҠОРАЛДАРЫ МИЛЛИ ОРКЕСТРЫ

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 31 октябрь Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ғайсаровтың һәм республиканың визит карточкаһы – Халыҡ ҡоралдары милли оркестрының  (Художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ринат Мөхәмәтйәнов) бай концерт программаһын тәҡдим итә!

Тынғыһыҙ хеҙмәт көндәлегендә Артур Борханович традицион башҡорт музыка ҡоралдары – ҡурай һәм ҡумыҙ өсөн бихисап композициялар, импровизациялар ижад итергә лә ваҡыт таба. Артур Ғайсаровтың беренсе шәхсән концертында был композициялар һәм шулай уҡ Халыҡ ҡоралдары милли оркестрының алтын фондына ингән үлемһеҙ халыҡ йыр — моңдары менән бер рәттән танылған башҡорт композиторҙары Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Урал Иҙелбаев, Ринат Камалов, Марат Фәйзуллин, Шәүрә Сәғитова, Айһылыу Сәлмәновалар әҫәрҙәре лә яңғырайасаҡ.

Концертта ҡурайсының ижадташ дуҫтары һәм яңы ғына төҙөлгән Башҡортостан Республикаһының дәүләт Ҡурайсылар ансамбле ҡатнаша. Тамашаның махсус ҡунағы – танылған композитор, мультиинструменталист Марат Фәйзуллин (МАRАТ TATURAC).

«Илаһи ҡурай» концертының режиссеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Халҡыбыҙҙың бай музыкаль мираҫын яңғыратҡан, илаһи ҡурайын данлаған, үҙенсәлекле, милли рухлы, халыҡсан концертта көтәбеҙ һеҙҙе, дуҫтар!

 14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 300 – 600 һум.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru