• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Римма АМАНГИЛЬДИНА

Сольный концерт

МӘРЙЕН ТЕҘӘМ ЮЛДАРЫМА…

Башҡортостандың халыҡ артискаһы, бер һүҙ менән әйткәндә, башҡорт һандуғасы Римма Амангилдинаның тауышына ла, сәхнәләге тыйнаҡ күркәм образына ла ғашиҡ булмағандар һирәктер. Һәм һеҙҙе тиҙҙән тағы ла, илаһи йырҙар шәлкеменән торған концертына саҡыра моң эйәһе.

“Мәрйен теҙәм юлдарыма…” тигән хисле исем аҫында ул тамашасыларын, дуҫтарын һәм башҡорт йырын үҙ итеүселәрҙе йыя. Һәм Һеҙ, әлбиттә, һандуғасыбыҙ репертуарының төп өлөшөн биләгән башҡорт халыҡ йырҙары «Түңәрәккәй күл», «Сәлимәкәй», «Ахун кантон», «Зәлифәкәй», «Һыр», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Йыуаса», татар халыҡ йырҙары, Х.Әхмәтов, З.Исмәғилов, Н.Сабитов, Т.Кәримов, Р.Яхин, Р.Мортазин, Р.Сәхәүетдинова кеүек милли композиторҙарыбыҙҙың эстрада әҫәрҙәрен ишетәсәкһегеҙ. Уның шулай уҡ популярлыҡ яулаған «Ҡыпсаҡ ҡыҙы», «Уҙҙы йәшлек», «Уйнат гармундарыңды», «Түңәрәккәй күл» кеүек йырҙары ла буласаҡ, дуҫтар!

Римма Амангилдина, белеүегеҙсә, башҡорт сәхнәһен генә түгел, ә сит өлкә, сит ил йыр-моң һөйөүселәрен дә әсир иткән һәләт эйәһе. Ул Ҡаҙағстанда, Төркиәлә, Францияла, Германияла, Куба, Чехия, Словения, Ҡытай илдәрендә һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Пермь, Силәбе ҡалаларында ла танылған.

“Мәрйен теҙәм юлдарыма…” Римма Амангилдинаның юбилей концерты. Был мәҙәни сарала йырсы йырлы йылдарына байҡау яһай, был байрамды моңдаш дуҫтары менән уртаҡлаша һәм яңы йырҙар, яңы дуэттар, ябы образдар, асыштар, сюрприздар менән тамашасыһын да һөйөндөрәсәк.

Һеҙҙе концертта көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!