• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

«САҒЫЛЫШ»

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дияна Ишниязова

Башҡорт дәүләт филармонияһында күптән көтөлгән сихри моңға тулы тамаша! Күптәр яратып тыңлаған, эстрадабыҙҙың иң сағыу, яҡты йондоҙҙарының береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дияна Ишниязованың концерты.

Үҙенсәлекле моң эйәһе Дияна Ишниязова репертуарын башҡорт, рус ҡына түгел, ә инглиз, итальян, француз һәм татар телдәрендә лә лирик һәм халыҡ йырҙары  тәшкил итә. Ул тамашасы хөкүменә тәҡдим иткән һәр концерт программаһы яңыса сағылыш ала һәм халыҡ күңеленә хуш килә. Сөнки Дияна сағыу тауышы менән генә түгел, сәхнәләге уға ғына хас энергетикаһы, һәр сығышын үҙенсәлекле бер шоуға әйләндерә алыуы менән йәлип итә.

«Сағылыш» («Отражение») исемле яңы программаһында ла йырсының иң яҡын сәхнәләш дуҫтары, ижадташтары һәм филармониябыҙ бейеүселәре ҡатнаша. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Тамашала һеҙ яратып тыңлаған йырҙар, дуэттар, премьералар яңғыраясаҡ.

Концерт һеҙҙең күңелдәрҙә матур, йылы тәҫьораттар менән сағылыр тип ышанабыҙ! Рәхим итегеҙ!

 

Билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән алыу мөмкинлеге бар.