• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Йырҙарымда йәшәү йәме!

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтовтың
шәхсән концерты 

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 14 ноябрь Башҡортостандың халыҡ артисы РАДИК ВӘЛМӨХӘМӘТОВТЫҢ «ЙЫРҘАРЫМДА ЙӘШӘҮ ЙӘМЕ!» тип аталған сираттағы шәхсән концертына саҡыра!

Радик Вәлмөхәмәтов башҡорт эстрадаһының киң танылған солисы, халҡыбыҙҙың ихлас һөйөүен яулаған сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Киң диапазонлы, моңло, һоҡланғыс бәрхәт баритон тауышҡа эйә Радик халҡына, яратҡан тамашасыларына өс тиҫтә йыл тоғро хеҙмәт итә. Йырсы башҡарыу хислелеге, оҫталығы, тәрән тәъҫирлеге менән айырылып тора. Уның сәхнәлә үҙен тотошо, кейенеү стиле, һәр йырҙа тыуҙырған образдары, интеллигентлығы, инсафлығы күңелдәрҙе арбай, әсир итә. Радиктың оҫта актерлыҡ һәләте лә һоҡландыра. Уның башҡарауында үлемһеҙ халыҡ көйҙәре, башҡорт, татар, рус композиторҙары йырҙары ла берҙәй юғары кимәлдә һәм хисле яңғырай. Йырсының репертуарында ике йөҙҙән ашыу йыр бар. Уның башҡарауында мөхәббәт, ата — әсәй, ғаилә, тыуған яҡ, дуҫлыҡ, тоғролоҡ, онотолмаҫ йәшлек хистәре тураһындағы йырҙар киң популярлыҡ яуланы:

«Әллә ниңә һине юҡһынам», «Әйҙә әле йырлап үтәйек», «Хуш ауылым», «Аҡсарлаҡ», «Сирендәр», «Йәшлегемә кире ҡайтыр инем», «Йәш ғүмерҙәр», «Атай — әсәйҙәрҙе онотмайыҡ», «Ҡәнәферҙәр», «Нисек бармын шулай ярат», «Аҡ болоттар» – был йырҙар ысын мәғәнәһендә хиттарға әйләнде.

Концертта йырсы репертуарындағы һеҙ яратҡан йырҙар, халыҡ моңдары һәм өр — яңы көйҙәр ҙә яңғыраясаҡ.

Сәхнәләш дуҫтары: Башҡортостандың халыҡ артистары – Әлфиә Юлсурина, Хәлит Фәтихов, Рушан Биктимеров һәм Илшат Фәтиховтар концерт программаһын йәмләйәсәк.

Концерттың режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгиза Илбәкова.

Яратҡан йырсығыҙ менән осрашыуға ашығығыҙ, хөрмәтле тамашасылар! Килегеҙ, көтәбеҙ! Хисләнеп, шатланып бергә үткәрәйек ҡыуаныслы, илаһи моңло был кисте, дуҫтар!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 300 – 600 һум.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru