• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

«Үткәндәрҙе һағынып»

Байрам концерты

50-90-сы йылдар хиттары

13 ғинуар! Тик бер генә көн! Филармония сәхнәһендә «Үткәндәрҙе һағынып» тип исемләнгән байрам концерты! Программала эстрадабыҙҙың 50-90-сы йылдарҙың хиттары яңғыраясаҡ. Тамашала Лилиә Биктимирова, Фәдис Ғәниев, Искәндәр Ғәзизов, Рифат Шәрәфетдинов, Рөстәм Шаһыбалов, Дияна Ишниязова, Алмас Сирусин, Тимур Рамаҙанов, Салауат Мөхәмәтйәров, Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Заһир Иҫәнсурин, Лилиә Ишемйәрова, Сабина Кучаева, «Далан» (етәксеһе – Артур Туҡтағолов) төркөмө ҡатнаша. Шулай уҡ, виртуоз-баянсылар Хәлит Фәтихов, Ғәли Алтынбаев, талантлы йәш ҡурайсыларыбыҙ Илнур Һибәтуллин, Азат Биксурин, Салауат Хәлилов, скрипкасы Резана Актаева, бейеүселәр Әлиә Нурғәлиева, Регина Баракова, Евгения Цыпина, Рөстәм Ғәндәлипов, Татьяна Мутафи кисәгә сағыу байрам төҫтәре өҫтәйәсәк. Алып баралар – филармониябыҙҙың нәфис һүҙ оҫталары Фаяз Йәнтүрин, Зөлфиә Әхмәтова, Эльмира Юлдашева, Фәрхәт Ғәйнетдинов, Зөлфир Басыров, Зилиә Сәфиуллина.
Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
Яңы йыл менән бик күп һынамыштар билдәле. Уларға ярашлы, киләһе йылдың ниндәй булыуы Яңы йылды нисек ҡаршы алып оҙатып ҡалыу менән бәйле. Шуға күрә, 13 ғинуар Юлиан календары буйынса Иҫке Яңы йыл кисен беҙҙең менән үткәрһәгеҙ, йыл буйына йөҙөгөҙ бәхеттән балҡып торор, бар эштәрегеҙ ҙә уң булыр! Осрашҡанға тиклем, дуҫтар!

ХАҠЫ: 200-600 һум
КАССА: (347) 250-77-42
САЙТ: WWW.BASHGF.RU