Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930

До начала фестиваля
"РОЗОВАЯ ПАНТЕРА" осталось:

Наши новости

Доброго пути, "салаватики"! Детская академия танца «Салават» при Башкирской филармонии сегодня выезжает в Сочи для участия в XXI.....
Наши артисты выступят на Сабантуе в Челябинске В Челябинске в «Саде Победы» 25 июня пройдет городской национальный праздник «Сабантуй -2017»......
Наш лекторий - фаворит Международной конференции в Москве На днях в Москве состоялась Международная конференция «Вопросы современной лекторской практики в кон.....
Филармония вспоминает с благодарностью артистов военных лет 22 июня – одна из самых печальных дат в истории России — День памяти и скорби – день начала Великой .....
Һабантуйҙар гөрләй, яҡташтар осраша Быйыл башҡорт һабантуйы үткәрелгән төбәктәрҙең һаны тағы ла берәүгә арта......
Вспоминая Гузель Измайлову 18 июня был день рождения Гузель Измайловой........
"Аргымак" выступит на The Spirit of Astana 23-24 июня в Астане пройдёт Международный фестиваль современной этнической музыки The Spirit of Asta.....
Лучшие моменты фестиваля «Сердце Евразии» в Уфе Большой фоторепортаж от корреспондентов «Комсомольской правды»: классика под дождем, артисты в волчь.....
Грандиозный фестиваль искусств «Сердце Евразии» в столице Башкортостана завершился ярким проектом «UFA - Kuraifest» Сегодня, 18 июня подошел к финалу Международный фестиваль искусств «Сердце Евразии»......
"Сон в летнюю ночь" в уфимском амфитеатре 17 июня на Международном фестивале искусств «Сердце Евразии» классическая программа.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май - Июнь 2017

Наши фестивали

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

НовостиФИЛАРМОНИЯНАН ҺӨЙӨҮ МЕНӘН

Вернуться назад

ФИЛАРМОНИЯНАН ҺӨЙӨҮ МЕНӘН

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 14.02.2017

Февраль айының тәүге көндәрендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы киләһе 79-сы ижад миҙгеленә абонементтар һатыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылғайны. Тәүге көндә 300 ашыу тамашасы был форсат менән файҙалынһа, Ғашиҡтар көнө алдынан үткәрелгән йәрминкәлә уларҙың һаны тағы ла артты.

   Февраль айының тәүге көндәрендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы киләһе 79-сы ижад миҙгеленә абонементтар һатыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылғайны. Тәүге көндә 300 ашыу тамашасы был форсат менән файҙалынһа, Ғашиҡтар көнө алдынан үткәрелгән йәрминкәлә уларҙың һаны тағы ла артты.
   Башҡортостандың төп мәҙәни усағы заман менән бергә атлауын дауам итә. Киләһе ижад миҙгеленә абонементтар һатыу буйынса йәрминкә тамашасыларҙың ниндәй музыка, тамаша ҡарарға теләгәнен белеү маҡсатында ла ойошторолдо. Абонемент һатып алыу нимә бирә һуң тамашасыға? Иң тәүге сиратта әлбиттә үҙең яратҡан концерттарға алдан уҡ билет алып ҡуйыу. Ә иң мөһиме – өс-дүрт концертҡа билет хаҡы йәмғеһе 25 процентҡа арзаныраҡҡа тура килә. Йәрминкәлә абонемент һатып алыусыларҙы бүләктәр ҙә көтә ине – киләһе ижад миҙгеленең тамашасылары 10 процент ташлама биргән дисконт карталары менән бүләкләнде. 
   Ғашиҡтар көнөн билдәләү Рәсәйҙә һуңғы осрҙа популярлыҡ яулай. Шуға күрә лә филармония хеҙмәткәрҙәре был форсат менән файҙаланып ҡалырға тырышып үҙ тамашасыларына көтөлмәгән шатлыҡлы мәлдәр бүләк итте. Башҡортостан эстрадаһының иң сағыу йондоҙҙарының береһе скрипкасы Марат Саҙриев үҙенең ижадташ дуҫтары менән «Марат: мөхәббәт тураһында» исемле сағыу тамаша менән ҡыуандырһа, парлы тамашасылар иҫтәлеккә эксклюзив магниттар алып ҡыуанды. Үҙҙәреннең яртыларын тапмағандар иһә, Валентинкаларҙа яҙмышын юраны һәм татлы бүләктәр менән һыйланды. 
   Был көндө Башҡорт дәүләт филармонияһы үткәргән «Филармонияға һөйөү менән!» конкурсына йомғаҡ та яһалды. Бәйгегә йөҙҙән ашыу матур эстәлекле, сағыу эштәр ҡабул ителһә, еңеүсе тип Благовещен районынан Гүзәл Иштәкбаева табылды. Ул Марат Саҙриевтың концертының төп ҡунығы булыуҙан тыш, виртуоз скрипкасы кулынан яңы ғына сыҡҡан компакт дискыһы һәм филармониянан 500 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. 
Филармония үҙ тамашасыларын ярата, уларға һәр саҡ ихтибарлы булырға тырыша! Алда әле төрлө акциялар, көтөлмәгән бүләктәр буласаҡ. Беҙҙең яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.
 

Вернуться назад