Наши новости
Независимая оценка качества оказания услуг
Абонементы
ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ
Продажа билетов онлайн
Получить всю информацию о наличии и стоимости билетов теперь легко: не выходя из дома, с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.
Новости ⇒ “ҺИН – МИНЕҢ БАЙРАМЫМ!”
“ҺИН – МИНЕҢ БАЙРАМЫМ!”
Автор: Башкирская государственная филармония
Дата: 25.08.2017
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының тышлығын республика халҡының һөйөүен яулаған йырсы Римма АМАНГИЛДИНА биҙәгән.
Йәйҙәй сағыулығы, томрап торған наҙы менән «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тышын биҙәүсе һылыу – республика халҡының һөйөүен яулаған йырсы Римма Амангилдина. «Римма Амангилдина тигәндә, күңелдә ул тыуҙырған моң даръяһы хасил иткән хис, рух, һағыш айҡашы аша әллә ниндәй сөңгөлдәр аҡтарыла. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы тигән юғары исемгә лайыҡ булыуы – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ике тиҫтә йылдан артыҡ фиҙакәр хеҙмәт емеше», – ти Гөлназ Ҡотоева уның хаҡындағы яҙмаһында. Башҡорт моңон танытып, ҡайһы илдәрҙә генә булмаған ул! Ҡырғыҙстан, Германия, Төркиә, Ҡытай, Ғәрәп Әмирлектәре, Франция, АҠШ, Куба – үҙенә тиклем булған башҡорт йырсылары хыяллана ла алмаған моңло сәйәхәттәр уның яҙмышына төшкән өлөшө. «Һин – минең байрамым!» тигән мәҡәләлә һандуғас моңона эйә йырсының тәрән күңел донъяһы бөтә балҡышында асыла.
Әңгәмәнең тулы вариантын журналдың июль һанында уҡығыҙ.
(«Башҡортостан ҡыҙы» журналы)