Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Наши новости

Объявляется набор в Капеллу мальчиков! Государственная академическая хоровая капелла РБ им. Т.Сайфуллина объявляет дополнительный набор в К.....
УҢЫШТАР ТИМУРҒА Дуҫтар, тауыштарҙы йәлләмәйек!.....
«Салават» покоряет мир! Видеосюжет о Детской академии танца "Салават" при БГФ им. Х. Ахметова на телеканале Культура-Россия-.....
С Днем Семьи, Любви и Верности! Поздравление Башкирской филармонии с Днём семьи, любви и верности!.....
Внимание! Конкурс! Башкирская филармония объявляет о проведении конкурсных прослушиваний на должности в хоровую капеллу.....
Объявлен набор в Детскую академию танца "Салават" Детская академия танца "Салават" при Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова приглашае.....
Башкирский курай зазвучит в Азербайджане Азат Бикчурин представит курай на фестивале в Азербайджане.....
БРАВО, «САЛАВАТИКИ»! В филармонии снова радостная весть! Наши «салаватики» взяли Гран-при Международного фестиваля-конкур.....
Этно-рок группа «Аргымак» выступила в ХМАО В Ханты-Мансийском автономном округе завершается всероссийский фестиваль-марафон «Песни России – 201.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май-Июнь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

НовостиХӘЗИЕВТАРҘЫҢ МАТУР ТАҢДАРЫ

Вернуться назад

ХӘЗИЕВТАРҘЫҢ МАТУР ТАҢДАРЫ

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 20.04.2018

Рәмил Хәзиевтың яңы концерт программаһы тураһында

   Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Хәзиевтың концерты үтте. «Мин ышанам әле таңдарыма» исемле үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы сценарийҙың авторы Зөһрә Бураҡаева булһа, режиссеры – күп сағыу проекттары менән билдәле Илшат Ғәлимйәнов.  

   … Шаршау асылды. Байрам хужаһы Рәмил Хәзиев һәм уның тормош иптәше йоҡо бүлмәһендә йоҡлап ята. Төштәрендә улар онотолмаҫлыҡ миҙгелдәре - йәшлектәренә әйләнеп ҡайта. Беренсе осрашыуҙары, танышыуҙары, туй көндәре, йәшәй-йәшәй булдырған матур тормоштары күҙ алдына баҫа… Әммә мөхәббәтле парҙың йоҡоһон алда торған концерт өсөн тулҡынланыу бүлә. Тамаша тап шулай башланды…

    Гүзәл һәм Рәмил Хәзиевтар башҡарыуында тыуған яҡҡа, ата йортона, ата-әсәйгә мөхәббәт менән һуғарылған лирик йырҙары бер тын алыуҙа тыңланды. Рәмил Хәзиев ижад иткән тәрән мәғәнәле, хисле йырҙар ваҡытҡа буйһонмай, олоһоноң да, кесеһенең дә күңеленә үтеп инә. Ғөмүмән, был ғаилә ауырлыҡтарға баш эймәй, һәр көндән ҡыуаныс табып, моң донъяһында йырлап йәшәй!  Тап шундай эскерһеҙ, һәр ваҡыт асыҡ күңелле булыуҙары, проблемаларҙы уйын-көлкө аша еңеп сыға белеүҙәре менән күптәрҙе һоҡландыра Хәзиевтар.

   «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры артистары - Фаяз Йәнтүрин, Ғәлиә Тимербулатова, Зөлфиә Әхмәтова, Фәнил Ҡарасуриндарҙың шаяртыуҙары, моңло Фәтиховтарҙың дәртле баян көйҙәре, «Айгүзәл» бейеү ансамбленең сағыу сығыштары, шулай уҡ, иғтибарһыҙ ҡалманы. Беҙҙең сәхнәнән төшмәй торған артистарыбыҙ ҙа бар бит әле. Улар филармонияла үткәрелгән  һәр концертта тиерлек ҡатнаша. Ул беҙҙең бейеүселәребеҙ! Әлиә Нурғәлиева һәм Рөстәм Ғәндәлипов дуэты бейеү хәрәкәттәре, пластика аша мөхәббәттең тәрәнлеген еткерә алды. Татьяна Мутафи, Зарина Солтангилдина, Анастасия  Скарженюк һәм «Салауат» бейеү театры сығыштары концерттың сағыу бер өлөшөнә әүерелде.

    Матур концерт күрергә килгән шығырым тулы тамашасының өмөтө аҡланды, тип әйтергә генә ҡала. Гүзәл һәм Рәмил Хәзиевтарҙың һәр сығышы береһен дә битараф ҡалдырманы, алҡыштарға һәм сәскә гөлләмәләренә күмелде. Шығырым тулы залдың уларға ҡушылып йырлауы, бейеп ултырыуҙары кисәгә йылылыҡ һәм мәртәбә өҫтәне.

    Эйе, ысынлап та, «Ышанам әле таңдарыма» исемле тамашаһы коллегабыҙ Рәмил Хәзиевҡа киләсәктә өмөт биреүсе, яңылыҡҡа, ижади асыштарға әйҙәп торорусы байраҡ кеүек булһын! Уңыштар һеҙгә!

 

Вернуться назад